11:26 (UTC+5), 27 Июня 2014

Төбәк етәксеһе: «Авиация спортын үҫтереү – өҫтөнлөктәребеҙ иҫәбендә»

"Башинформ"
Башҡортостанда авиация спортын үҫтереү республика Хөкүмәте өҫтөнлөктәре иҫәбендә тора. Был хаҡта Рөстәм Хәмитов 27 июндә, Кушнаренко районының «Первушино» аэродромында уҙған, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Дөйөм тәғәйенләнештәге авиацияны үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияның күсмә ултырышында белдерҙе.
Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ултырыш башланыр алдынан уның ҡатнашыусылары төбәктә үтә еңел гражданлыҡ авиацияһы үҙәген ҡараны. Ул Рөстәм Хәмитовтың 2011 йылда биргән ҡушыуы буйынса «Первушино» аэродромында ойошторолған. Үҙәктең генераль директоры Сергей Миңлеғолов һөйләүенсә, өс йыл эсендә етди матди-техник база эшләп булды. Бында бөгөн 22 берәмек осоу техникаһы бар, парашют, автожир һәм вертолет үҙәктәре эшләй.
Ултырышты асып, Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Дөйөм тәғәйенләнештәге авиацияны үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия Рәйесе Игорь Левитин, авиация спорт төрөнөң үҫешенә дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтелергә тейеш, тип билдәләне.
«Әле беҙ булған аваиация байрамы «Асыҡ һауа» тип атала. Ул административ барьерҙарҙан да асыҡ булырға тейеш», — тине үҙенең тәбрикләү телмәрендә Игорь Левитин.
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында, авиация спорт төрҙәре 2021 йылда уҙасаҡ XI Бөтә донъя уйындарының бик ҙур программаһына инә, һәм Өфөнөң, шул иҫәптән «Первушино» аэродромында, был Уйындарҙы үткәрергә бөтә мөмкинлектәре бар, тип билдәләне.
Республика етәксеһенең әйтеүе буйынса, Башҡортостан үтә еңел авиацияны үҫтереү һәм популярлаштырыу буйынса яҡшы күрһәткестәргә эйә. Ул 1979 йылдан алып – төбәктә дельтапланеризм барлыҡҡа килгәндән алып үҫешә. Күмертауҙа күп йылдар «Ротор» клубы уңышлы эшләп килә, уның ағзалары егерме тапҡыр самаһы «моторлы үтә еңел авиация» класында Рәсәйҙең һәм СССР-ҙың чемпиондары булды. Республикала Башҡортостандың берләштерелгән үтә еңел авиация федерацияһы эшләй. «Первушино» аэродромында Өфө уҡытыу-методика үҙәге республикала үтә еңел авиация һәм авиация-техник спорт төрҙәрен үҫтереү программаһын уңышлы ғәмәлгә ашыра. Вертолет һәм ике автожир үҙәк, һауа судноларын йыйыу буйынса предприятие эшләй.
«Республикала әле беҙ үҫтергән иң асыҡ авиаспорт төрҙәре – ул дельтапланеризм һәм парапланеризм», — тип дауам итте Рөстәм Хәмитов. Ул республикала 150-ләп кешенең мотор һәм моторһыҙ параплан авиатехникаһына эйә булыуын һөйләне. Башҡортостандың делтапланерҙар командаһы күп тапҡыр Рәсәй чемпиондары, Рәсәй чемпионаттары һәм кубоктары призерҙары булды. Йәштәр «ASA-Өфө» һәм «Вектор» параплан мәктәптәрендә әүҙем шөғөлләнә, уларҙың тәрбиәләнеүселәре шулай уҡ Рәсәй чемпионаттарында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. «Йәш пилот» программаһы бар, уның сиктәрендә Өфө кадет корпусы һәм баш ҡала мәктәптәре уҡыусылары дельтапланеризмды өйрәнә. Бөгөн 700-ҙән ашыу кеше авиамоделдәр менән шөғөлләнә. Быйыл Башҡортостандың һауа көрәше командаһы Рәсәй һәм донъя кубоктарында маҡтаулы өсөнсө урынды яуланы.
«Өс йыл элек асылған «Первушино» аэродромы республикала ысын авиаспортты үҫтереү үҙәге булып тора. Бында пилоттар профессиональ яҡтан әҙерләнә, теникалар хеҙмәтләндерелә, бөтә Рәсәй яраштары һәм слеттары ойошторола», — тине Рөстәм Хәмитов.
«Первушино» аэродромының осоп менеү-төшөү юлдары үтә еңел авиация, Ан-2 самолеттарының, төрлө модификациялағы вертолеттарҙың осоп китеүе һәм төшөүе өсөн яраҡлы. Аракүлдә гидромайҙансыҡ та бар. Уҡытыу-методика үҙәгендә пилот-инструкторҙарҙы, пилот-һөйөүселәрҙе, коммерция пилоттарын әҙерләйҙәр. Был көндәрҙә аэродромда туғыҙынсы «Асыҡ һауа» бөтә Рәсәй авиация һөйөүселәр слеты һәм махсус бәләкәй авиация күргәҙмәһе уҙа. Уларҙың сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр үтә. Унда авиация тармағын үҫтереү, һауа судноларының техник ҡоролошо һәм хеҙмәтләндерелеүе, осоуҙарҙы планлаштырыу һәм уларҙың именлеген тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелә. Слетҡа 250-ләгән ҡатнашыусы йыйылды, аэродромға 72 берәмек осоу техникаһы килде.
«Авиаспортты үҫтереүгә, уның киң таралғанлығын арттырыуға ҡағылғанда, тренер кадрҙары, методикалар тураһында, әммә шулай ҙа тәү сиратта был техник спорт төрҙәре өсөн ныҡлы матди база булдырыуҙа етди ярҙам тураһында һүҙ алып барырға кәрәк», — тине Рөстәм Хәмитов.
«Первушино» уҡытыу-методика үҙәгендә пилоттар әҙерләү һәм һатып алынған йәки RV-7 «Cetus» маркалағы үҙебеҙҙең самолеттар иҫәбенә юғары пилотаж буйынса программаны яңыртыуҙы планлаштыралар. Әммә киң таралғанлығы тураһында һүҙ алып барып булмай, сөнки был техника шәхси буласаҡ һәм спорт һөйөүселәр өсөн осоу сәғәте 12-14 мең һумға барып баҫасаҡ.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, дельтапланеризм буйынса ярыштар уҙғарыу өсөн республикала иң популяр урын - Әбйәлил районының Асҡар ауылында тау-саңғы комплексы.
«Бында халыҡ-ара дельтапланеризм һәм парапланеризм үҙәген төҙөргә кәрәк», — тине республика етәксеһе.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика