04:57 (UTC+5), 26 Июнь 2014

Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу алдынғыларына ҡыҙыл дипломдар тапшырҙылар

Эльмира Сабирова
Шаршамбы, 25 июндә, Өфө дәүләт нефть техник университетының һигеҙенсе корпусында уҡыу алдынғыларына ҡыҙыл дипломдар тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Сараны асып, ӨДНТУ ректоры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Бәхтизин быйылғы сығарылыштың юбилейлы, 65-се булыуын билдәләне. Өфө нефть институтын тамамлау тураһындағы тәүге дипломдар 1950 йылда тапшырыла. Ул саҡта уны 13 кеше ала. Был ваҡыт эсендә юғары уҡыу йортон 90 мең тиерлек кеше тамамлаған. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар араһында – хеҙмәт геройҙары, федераль кимәлдәге министрҙар, эре нефть компаниялары етәкселәре.
- Бөгөн Нефть университетының дипломы ҙур ихтыяжға эйә, уны эш биреүселәр хуп күрә. Уңышлы эшләр өсөн лайыҡлы эш урынын табырһығыҙ тип ышанам, — тине, университетты тамамлаусыларға мөрәжәғәт итеп, Рәмил Бәхтизин.
Быйыл 3561 кешенең 458-һе ҡыҙыл диплом менән тамамланы. Шатлыҡтарын уртаҡлашырға уҡытыусылары ғына түгел, ә ата-әсәләре лә килгәйне. Йәш белгестәрҙең күбеһе эш урындары менән билдәләнгән – уларҙы яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларында көтәләр.
- Студенттарҙың күбеһе уҡыу барышында үҙенең киләсәген билдәләй һәм шул компанияларҙа производство практикаһын һәм стажировка үтә, — тип һөйләне тау-нефть факультеты деканы Айрат Хафизов. — Беҙҙә уҡып сыҡҡан йәш белгестәр «Роснефть», «Транснефть», «Газпром», «Лукойл» кеүек ватан, шулай уҡ сит ил компанияларына эшкә урынлаша. Йыл һайын факультетты 300-ҙән ашыу кеше тамамлай, шул саманы уҡырға ҡабул итәбеҙ.
Бөгөнгө көнгә ӨДНТУ-ла 20 бакалавриат йүнәлеше, 35 һөнәр һәм 13 магистратуры йүнәлеше (45 программа) буйынса 17800-ҙән ашыу студент белем ала.
Шул уҡ көндө Өфө дәүләт нефть техник университетында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 34 юғары уҡыу йортон тамамлаусы ҡулына диплом алды. Өсәүһендә – ҡыҙыл диплом. Дипломдарҙан тыш, уларға юғары уҡыу йортоноң бюджеттан тыш средстволарынан аҡсалата пособиеға исемле сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика