07:30 (UTC+5), 24 Июня 2014

Ирландияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш Тулы хоҡуҡлы Илсеһе «Аҡбуҙат» ипподромын юғары баһаланы

Ғәлиә Нәбиева
- «Аҡбуҙат» ипподромы иҫ киткес. Ул Ирландия ипподромдары өсөн булған иң юғары талаптарға тап килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында аттарға ставкалар эшләп булмай. Ирландияла ставкалар – милли спорт, ваҡыт уҙғарыуҙың популяр төрө, — тип һөйләне «Аҡбуҙат» ипподромында булғандан һуң Ирландияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Оун О’Лири.
Ирландия Республикаһы делегацияһы ипподромда торған аттарҙы ҡарап, малдарҙың сифатын һәм әҙерлеген баһаланы.
Европа иленең делегацияһы манежды, ат аҙбарын, ипподромдың бинаһын ҡараны. «Аҡбуҙат» директоры Руслан Ғиззәтуллин йүгерешеү юлы ҡапламының составы, дренаж системаһы тураһында ентекле һөйләне.
Үҙҙәренең уңыштарын бишбәйге буйынса балалар командаһы күрһәтте. Ҡыҙҙар конкурс буйынса ярыштарға әҙерләнде. Иппотерапия буйынса дәрестәр сит ил ҡунаҡтарында айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Илсе тәүге тапҡыр балаларҙы аттар ярҙамында дауалау тәжрибәһе менән танышты.
- Беҙҙе Өфөлә булған аттарҙы файҙаланыу терапияһы, айырыуса балалар церебраль фалижы менән ауырыған балаларҙы дауалау өсөн, мөмкинлектәр ныҡ хайран ҡалдырҙы. Бындай тәжрибәнең Ирландияла барлығын мин белмәйем, — тип билдәләне илсе.
Делегацияға башҡорт тоҡомло аттарҙың иң сағыу вәкилдәрен күрһәттеләр. «Был иҫ киткес аттар, Ирландияла коннемар аттары булараҡ билдәле, тоҡомдо хәтерләтә», тине илсе.
- Хеҙмәттәшлек өсөн күп мөмкинлектәр бар. Башҡортостан эксперттары Ирландияла булды, тәжрибәне өйрәнде, беҙҙең ипподромдарҙы күрҙе, — тип белдерҙе Оун О’Лири.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика