15:56 (UTC+5), 20 Июня 2014

Төбәк башлығы «Красноусол» шифаханаһында яңы «Старт» сервис-сәләмәтләндереү үҙәген ҡараны

Гөлфиә Акулова, Эльмира Сабирова
Ғафури районы буйынса эш сәфәре сиктәрендә Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов «Красноусол» шифаханаһында яңы «Старт» сервис-сәләмәтләндереү үҙәгендә булды. 1317 квадрат метр майҙандағы ике ҡатлы бинала медицина тренажерҙары һәм киске гимнастика залдары, телестудия һәм реклама-мәғлүмәт үҙәге урынлашҡан.
- Курорттарҙы артабан да үҫтерергә, яңы финанслау моделдәрен табырға, инвесторҙар эҙләргә кәрәк. Йыл дауамында беҙҙең курорт хужалығының финанс моделе өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, идара итеү системаһын, беҙҙең курорттарҙа республика халҡы ял итә алһын мөмкинлектәр уйлаясаҡбыҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Һаулыҡ йортоноң үҙ аҡсаһына объект һалыуы мөһим. Һеҙ йөҙ миллион һумдан ашыу аҡса таба алғанһығыҙ.
Шифахана директоры Фаяз Мәзитов, объект төҙөлөшө һаулыҡ йортоноң 90 йыллығына арналды, тип билдәләне. Ул ошо үҙәкте төҙөгән «Строймастер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселегенә һәм төҙөүселәренә почет грамоталары тапшырҙы.
Шифаханала Рөстәм Хәмитов, 2014 йыл алдынан эшләй башлаған, ябыҡ һырғалаҡта булды. Һырғалаҡ дауалау-сәләмәтләндереү учреждениеһы өсөн генә түгел, ә бөтә республика өсөн үҙенсәлекле. Ул синтетик боҙ – «суперглайд» менән ҡапланған һәм әлегә майҙаны буйынса илдә иң ҙуры. Яңы боҙ майҙансығы йыл әйләнәһенә эшләй. Синтетик боҙ нулдән юғары температурала ла иремәй, унда хатта эҫелә лә күләүектәр барлыҡҡа килмәй. Синтетик боҙ айырыуса файҙаланыуҙы талап итмәй, хатта экологик яҡтан да бөтөнләй хәүефһеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика