10:35 (UTC+5), 20 Июня 2014

Республика Йортонда Башҡортостандың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр

Ольга Мортазина
Республика Йортонда сәнәғәт, мәҙәниәт, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәрен һөнәри уңыштары өсөн наградлау тантанаһы уҙҙы. Хөкүмәт наградаларын һәм исемдәрҙе Башҡортостан Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов тапшырҙы. Ул тантананың сәбәпселәрен республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың исеменән ҡотланы, шулай уҡ уларҙың хеҙмәтенә күрә 2013 йыл йомғаҡтары буйынса төбәктең бөтә төп социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүен билдәләне.
- Улар бөтә алдағы йылдарға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ һәм ил буйынса уртаса күрһәткестерҙән байтаҡҡа артығыраҡ. Бөгөн Башҡортостан тоташ бер төркөм күрһәткестәр буйынса Федерация субъекттары араһында лидерҙар иҫәбендә лайыҡлы тора, — тине Сергей Молчанов. — Торлаҡты сафҡа индереү буйынса беҙ илдә алтынсы һәм Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләйбеҙ. Беҙ төп капиталға инвестициялар буйынса тәүге ундар исемлегендә. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса – етенсе урында, һәм инде күп кенә йылдар округта икенсе урында торабыҙ. Башҡарма власть органдары һөҙөмтәлелеген баһалау буйынса республика унынсы урынды биләй.
Уңышлы эштәре өсөн наградаларға «Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре» компанияһының һәм Стәрлетамаҡ «Синтез-Каучук» заводының ҙур төркөм хеҙмәткәрҙәре, почта, урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре, артистар, табиптар, музыкаль һәм дөйөм белем биреү мәктәптәре, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусылары лайыҡ булды.
- Республикала тормош яҡшыра. Муниципаль берәмектәрҙә бик күп социаль программалар эшләй. Йәшәү кимәле һәм сифаты арта. Һис шикһеҙ, етәкселек һәм йәмғиәт алдында хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә аҙҙан түгел, әммә һеҙҙең кеүек ошондай намыҫлы хеҙмәткәрҙәр булғанда төбәк етәкселеге һәм ил Президенты ҡуйған бөтә йөкләмәләрҙе лә үтәй аласаҡбыҙ, — тип билдәләне Сергей Молчанов.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика