11:43 (UTC+5), 20 Июня 2014

Рөстәм Хәмитов Алла Анаһы Табын иконаһы күренеүен байрам итеүҙә ҡатнашты

Гөлфиә Акулова
Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Ғафури районы буйынса эш сәфәре барышында Алла Анаһы Табын иконаһы күренеүен байрам итеүҙә ҡатнашты.
Йола буйынса Табын иконаһы байрамы Пасханан һуң туғыҙынсы йомала билдәләнә. Быйыл әһәмиәтле көн 20 июнгә тура килде.
Красноусол ауылы Көньяҡ Урал һәм Ырымбур диндарҙарының төп изге нәмә күренеү урыны тип иҫәпләнә.
Әле изге нәмәнең күренеү урынында Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе – Табын ҡатын-ҡыҙҙар монастыры урынлашҡан. Бөгөн бында байрам хөрмәтенә ғибәҙәт ҡылыу бара, унда йыл һайын бөтә Рәсәйҙән тиҫтәләгән мең кеше йыйыла.
Православие диндарҙарын байрам менән республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
- Был байрам беҙгә кәрәк, ул беҙҙең күңелдәрҙе юғарыға күтәрә һәм йөрәктәребеҙҙе таҙарта. Был байрам беҙҙең кем булыуыбыҙ, нимә эшләүебеҙ, беҙҙең артабанғы яҙмышыбыҙ һәм тәҡдиребеҙ тураһында уйланырға мәжбүр итә. Бындай көндәрҙә яҡшы эштәр, юғары намыҫлылыҡ, бер-береңә ярҙам итеү, үҙ-ара булышлыҡ һәм мөхәббәт тураһында уйлайбыҙ. Ул, бөгөн беҙгә етмәгән, кәрәкле һәм мөһим нәмә, — тип мөрәжәғәт итте байрамда ҡатнашыусыларға төбәк башлығы.
— Башҡортостан Республикаһы халҡы быуат буйына кешеләр, диндәр араһында – бөтә территорияла тыныслыҡ фекерен йөрөтә. Алла Анаһы Табын иконаһы күренеү – мөғжизә, һәм ул тап бында барлыҡҡа килгән. Ул беҙгә тиккә генә ебәрелмәгән, ә беҙҙе барыбыҙҙы ла уртасыл тормошҡа, үҙ-ара түҙемлеккә әйҙәү билдәһе һымаҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Шулай уҡ Алла Анаһы Табын иконаһын байрам итеүҙә Калуга һәм Боровский митрополиты Климент, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон ҡатнашты.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика