05:37 (UTC+5), 19 Июнь 2014

Өфөлә һанлы тапшырыу селтәренә күсеү шарттарында төбәк телевидениеһы эшенең үҙенсәлектәрен тикшерҙеләр

Гөлфиә Акулова
Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волин Өфөлә төбәк телекомпаниялары етәкселәре, кабель операторҙары вәкилдәре, шулай уҡ «Роскомнадзорҙың» төбәк бүлексәләре һәм Рәсәй телерадиотапшырыуҙар селтәре вәкилдәре менән осрашты.
Кәңәшмәлә һанлы тапшырыу селтәренә күсеү шарттарында төбәк телевидениеһының үҫешеүе менән бәйле төп мәсьәләләрҙе тикшерҙеләр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл февралдә теле- һәм радиотапшырыуҙарҙы үҫтереү буйынса махсус хөкүмәт комиссияһында Рәсәйҙә аналог ысулын ҡалдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.
- Бөтәһенең дә һанлы тапшырыуҙарға күсеүе ике мәсьәләгә килтерә – ул аналогтың юҡҡа сығыу ҡурҡынысы. Алдан уны 2018 йылдың 1 июлендә эшләү планлаштырылғайны. Төбәк телерадиокомпаниялар вәкилдәре менән аназлиғандан һәм тикшергәндән һуң был ысулдың дөрөҫ булмағанлығы асылды. «Һанлыға» тик параллель тапшырыуҙар алып барыу осорон үтеү шарттарында ғына күсергә мөнкин, ул ваҡытта телекомпаниялар йыл ярым ике йыл дауамында аналог һәм һанлы тапшырыуҙарҙы бергә алып барып үҙҙәренең тамашасыларын күсеүгә әҙерләй. Беҙ хәҙер бөтә 550 төбәк һәм муниципаль компанияларҙы бындай тапшырыуҙар менән тәьмин итә алмайбыҙ. Улар өсөн һанлы мультиплекста урын табылмауы ихтимал. Бынан сығып төбәктә аналог тапшырыуҙарҙы һаҡлап ҡалырға тигән ҡарар ҡабул ителде, — тип билдәләне Алексей Волин.
Аналог тапшырыуҙар төбәк телевидениеһының техник тормошон дауам итәсәк. Урындағы һәм тебәк телеканалдарының ниндәй моделдә эшләйәсәге билдәһеҙ әле.
Алексей Волиндың әйтеүе буйынса, һанлы телевидение төҙөү пландары буйынса республиканың 60 процент халҡы йыл һуңына тәүге мультиплексты ҡабул итә аласаҡ. 2015 йылдың аҙағына һанлы телевидениены БР 90 процент халҡы ҡабул итәсәк. Яҡынса иҫәптәргә ярашлы, икенсе мультиплекстың план буйынса барлыҡҡа килеү ваҡыты үҙгәрергә мөмкин, ә төбәк тапшырыуҙары ҡаралған өсөнсө мультиплекс иҡтисади йәһәттән йәшәүгә һәләтһеҙ булыуы ихтимал.
- Хәҙер тамашасы мәғлүмәтте үҙләштереү менән бер сиратта унда ҡатнаша ла ала. Сайт мөхите – ул бөгөн заманса Рәсәй тамашасаһы өсөн кәрәкле нәмә. Урындағы телеканалдарға мультимедиялы интернет-версия булдырырға кәңәш итер инем, — тине Алексей Волин.
Шулай уҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ҡануниәттәге һуңғы үҙгәрештәргә бәйле телевидение баҙарында реклама мәсьәләләренә, атап әйткәндә, лотерея һәм медицина хеҙмәттәре рекламаларын тыйыу тураһында федераль закондарға фекер алышты.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика