09:52 (UTC+5), 19 Июня 2014

«Берҙәм Рәсәй» и КПРФ Үҙәк һайлау комиссияһына Президент һайлауҙарына кандидаттарҙы күрһәтеү буйынса конференциялар үткәреү тураһында хәбәр итте

Ғәлиә Нәбиева
«Берҙәм Рәсәй» и КПРФ Үҙәк һайлау комиссияһына ваҡытынан алда республика Президенты һайлауҙарына кандидаттарҙы күрһәтеү буйынса конференциялар үткәреү тураһында мәғлүмәтте «Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһында хәбәр итте. Белдереү ҡағыҙын сәйәси партиялар конференция үткәреүгә тиклем өс көндән дә алданыраҡ күрһәтергә тейеш.
Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ҡануниәт тәҡдим иткән Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлау механизмы беренсе тапҡыр ҡулланылыуын һөйләне.
- Беренсенән, Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидаттар федераль законға ярашлы һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған сәйәси партиялар тарафынан ғына тәҡдим ителә ала. Әгәр сәйәси партия уставы сәйәси партияның төбәк бүлексәһенең кандидатты күрһәтеүҙе ҡараһа, тимәк кандидатты тейешле төбәк бүлексәһе күрһәтә, — тип аңлатты Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы.
5 июнгә ҡарата Рәсәй Федерацияһындағы һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғына 77 теркәлгән сәйәси партияның 69-ы эйә ине. Республика территорияһында һайлауҙарҙа ҡатнаша алған сәйәси партиялар исемлеген РФ Юстиция министрлығы 22 июндән дә ҡалмай баҫтырып сығарырға тейеш.
Тағы ла бер яңылыҡ – кандидат күрһәтеүҙе хуплауға муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдары депутаттарының ҡултамғалары йыйылырға тейеш. Бындай ҡултамғаларҙың һаны билдәләнгән дөйөм депутаттар иҫәбенән биш процент тәшкил итергә тейеш һәм уларҙың төп нөсхә булыуы нотариаль теркәлергә тейеш.
- Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидат күрһәтеүҙе хуплап республика муниципаль берәмектәре вәкиллекле органдарынан 457 депутаттың ҡултамғаһы йыйылырға тейеш, шул иҫәптән муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының вәкиллекле органдарындағы 57 депутаттың ҡултамғаһы. Был 57 ҡултамға кәмендә 48 муниципаль районда һәм ҡала округында йыйылырға тейеш, — тип аңлатты Хәйҙәр Вәлиев.
Республика башлығы вазифаһына кандидаттың өс кандидатура тураһында документтар тапшырыуы мотлаҡ, уларҙың берәүһенә, кандидаттың Президент итеп һайланыу осрағында, Федерация Советы ағзаһы вәкәләте бирелә.
Тулыраҡ Хәйҙәр Вәлиев һайлау кампанияһын финанслау тураһында һөйләне.
- Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең һайлау фондтарын булдырырға тейеш. Бындай фонд кандидаттың үҙ средстволары, уны күрһәткән сәйәси партия бүлгән средстволар, граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең ирекле иғәнәләре иҫәбенә ойошторола. Кандидаттың һайлау фонды средстволарынан тотоноу күләме 200 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика