06:22 (UTC+5), 17 Июнь 2014

«Кызыл таң» гәзите бөтә Рәсәй журналистар конкурсында Гран-при яуланы

Розалия Вәлиева
«Төрлө Рәсәй» VII бөтә Рәсәй асыҡ журналистар конкурсының «Матбуғат һәм интернет баҫмаларҙа мәҡәләләр серияһы» номинацияһында «Кызыл таң» гәзите Гран-при яуланы. Был хаҡта конкурстың рәсми сайтында хәбәр ителә.
Ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, «Кызыл таң» гәзите конкурсҡа ете проект ебәргән, уларҙың береһе – ай һайын сыҡҡан «Беҙ дуҫлыҡ менән көслө» бите. Шулай уҡ жюри хөкөмөнә Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында мәҡәләләр серияһы тәҡдим ителгән.
«Радиотапшырыуҙар (репортаждар) циклы» номинацияһында беренсе урынға «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Ҡояшлы ҡала» балалар мәғлүмәт-танып белеү тапшырыуҙары «Яҙҙы ҡаршы ал!» тапшырыуҙар циклы өсөн лайыҡ булды.
«Матбуғат һәм интернет баҫмаларҙа фотоэштәр серияһы» номинацияһында награданы «Сельские нивы» гәзитендә (Стәрлетамаҡ) «Ауыл йөҙҙәре» эштәр серияһы өсөн Юрий Нестеренко алды. «Милли һәм этник-ара тематиканы сағылдырыуҙа махсуслашҡан киң мәғлүмәт саралары» номинацияһында наградаға «Чолман» гәзите (Нефтекама) лайыҡ.
«Төрлө Рәсәй» бөтә Рәсәй асыҡ журналистар конкурсы 2006 йылда милли йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе популярлаштырыу, Рәсәй Федерацияһында һәм уның ситендә йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, традицион халыҡ мәҙәниәтенең уникаль ҡиммәттәрен һаҡлау, халыҡтар мәҙәниәтенә, уларҙың йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирамлы мөнәсәбәтте тәрбиәләү өсөн ойошторолған. Конкурс мәҙәни мираҫты үҫтереүгә һәм һаҡлауға өлөш индергән ҡыҙыҡлы, талантлы эштәрҙе асыҡлау өсөн йүнәлтелгән. Конкурстың ойоштороусылары – Татарстандың матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса республика агентлығы һәм Татарстан Республикаһының Журналистар союзы.
Лауреаттарҙы һәм дипломанттарҙы бүләкләүгә арналған тантаналы сара Ҡазанда үтәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика