11:27 (UTC+5), 11 Июнь 2014

Башҡортостанда «Ата-әсәләр ҡаһарманлығы» миҙалы булдырыласаҡ

Розалия Вәлиева
Башҡортостанда «Ата-әсәләр ҡаһарманлығы» миҙалын булдырыу – «Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында»ғы закондың 2-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы ярашлы закон проекты БР Хөкүмәте ултырышында шаршамбы, 11 июндә, тикшерелде.
Закон проекты «Ата-әсәләр ҡаһарманлығы» миҙалы менән, үҙ ҡаҙаныштары менән Башҡортостанды данлаған, балаларҙы тәрбиәләгән ата-әсәләрҙе бүләкләүҙе ҡарай. Ҡаҙаныштар спортта ғына түгел, ижадта ла, хәрби хеҙмәттә лә булыуы мөмкин, шулай уҡ ғәҙәти тормоштағы батырлыҡтар ҙа билдәләнәсәк.
Бынан тыш, ун йылдан ашыу өс һәм унан күберәк ғәрип бала тәрбиәләүсе ғаиләләр миҙал менән бүләкләнәсәк.
- Был башланғысты хупларға кәрәк, беҙҙә бындай наградаға лайыҡлы ғаиләләр бик күп, — тине республика башлығы Рөстәм Хәмитов. — Бер аҙна элек Рәсәй Президенты Балтас районынан Хәйҙәршиндар ғаиләһенә «Ата-әсәләр даны» орденын тапшырҙы. Улар менән тағы бер ҡат осрашып был награда менән ҡотлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, республика исеменән «Газель» микроавтобусын тапшырасаҡбыҙ. Республиканың бындай кеүек күп ғаиләләре менән ғорурлана алыуы бик яҡшы. Яңы миҙалды булдырыу идеяһын тағы бер ҡат хуплаһым килә. Бындай ҡарар ҡабул итеүҙә шикләнеүселәр юҡтыр тип уйлайым.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың әйтеүе буйынса, был награда күпләп тапшырылмаясаҡ. Йылына унлаған ғаиләне бүләкләү планлаштырыла, ата-әсәләрҙең береһе 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк аласаҡ. «Ата-әсәләр ҡаһарманлығы» миҙалын Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, 15 майҙа, тапшырасаҡтар.
Закон проекты эшләнеп бөтөп июнь аҙағына Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарына ҡарауға тәҡдим ителәсәк.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика