05:08 (UTC+5), 10 Июня 2014

Ҡала көнөндә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәһе үтәсәк

Илья Спиридонов
12 июндә Спорт һарайы алдындағы майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе үтәсәк, унда Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәттәре союзының 20 кооператив предприятиеһы ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
70-тән ашыу сауҙа нөктәһе өфөләргә үҙҙәре етештергән төрлө-төрлө ит, йәшелсә, картуф, бал, икмәк һәм икмәк-күмәс аҙыҡтары, ит һәм йәшелсә консервалары, һөт ризыҡтары тәҡдим итәсәк. Тауарҙарҙың сифатын Өфө ҡала ветеринария станцияһы белгестәре һәм БР Ветеринария идаралығы инспекторҙары тикшерәсәк.
Ҡала көнө хөрмәтенә йәрминкә концерт программаһы – республиканың фольклор коллективтары һәм һәүәҫкәр артистарының сығыштары менән оҙатыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика