09:47 (UTC+5), 09 Июня 2014

Башҡортостан һәм Сыуашстан Йәштәр йәмәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Ләйлә Аралбаева
Башҡортостан һәм Сыуашстан Йәштәр йәмәғәт палаталары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының Сыуашстан Республикаһына рәсми сәфәре сиктәрендә уҙҙы.
Башҡортостан делегацияһы Сыуашстан милли конгресында булды, милли музейҙа республиканың тарихы менән танышты, шулай уҡ Сыуашстан Республикаһы йәмәғәт Йәштәр палатаһы вәкилдәре менән түңәрәк өҫтәлдә Волга буйы федераль округында йәштәр парламентаризмын үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.
- Беҙҙең сәфәр ваҡиғаларға бик бай булып сыҡты. Сыуашстан милли конгресы вәкилдәре менән таныштыҡ, унда сыуаш халҡының ижади һәм милли-мәҙәни потенциалын күрһәттеләр. Республиканың милли музейында Сыуашстандың бай тарихы тураһында һөйләнеләр. Шулай уҡ, Чебоксарҙа йыл һайын уҙғарылып килгән, «МолГород» йәштәр форумында ҡатнаштыҡ. Форумда түңәрәк өҫтәл үтте, унда хеҙмәттәштәр менән йәштәр парламентаризмының иң мөһим мәсьәләләрен тикшерҙек һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, — тип һөйләне Йәштәр палатаһы рәйесе Таһир Ғиззәтуллин.
- Был республиканың Йәштәр палатаһы өсөн өсөнсө килешеүе. Алдан Татарстан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе йәштәр парламенттары менән төҙөлдө. Ул тәжрибә уртаҡлашырға, уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға һәм закондар сығарыу инициативаларын федераль Йәштәр палатаһы кимәлендә этәрергә мөмкинлек бирә, — тип өҫтәне делегация башлығы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Николай Самойленко.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика