07:43 (UTC+5), 06 Июня 2014

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы социаль хеҙмәткәрҙәрен бүләкләнеләр

Гөлфиә Акулова
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө алдынан эшкә йомғаҡтар яһаны. 5 июндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында тантаналы йыйылышта социаль өлкәнең иң яҡшы белгестәрен бүләкләнеләр.
Республиканың социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова һәм республиканың хеҙмәт министры Ленара Иванова ҡотланы. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктең халыҡты социаль хеҙмәтләндереү системаһы быйыл икеләтә байрамды билдәләй. Июндә Өфө Губернияһы социаль хеҙмәтләндереү бүлеген ойоштороуға 95 йыл тула.
- Бөгөн хеҙмәт, мәшғүллек һәм халыҡты социаль яҡлау системаһы – ул ҡеүәтле бер рәткә теҙелгән күп функциялы учреждениелар селтәре, унда 13 мең тиерлек кеше эшләй. Уларҙың өс меңдән ашыуы – социаль хеҙмәткәрҙәр. Улар көн һайын граждандарҙың проблемалары һәм ауырлыҡтары, дәүләт һәм йәмғиәт ярҙамы кәрәк булғандар менән осраша. Бында үҙенең эшен ысын күңелдән яратҡан кешеләр генә эшләй, — тип билдәләне Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
— Социаль яҡлау – ул, юғары професионаллек кенә түгел, ә иң тәүҙә кешенең рухи сифаты мөһим булған йәшәйеш өлкәләренең береһе. Мәрхәмәтлек, кешелеклек, рухи шәфҡәтлелеккә эйә булыу – был залда ултырған һәр кемдең айырып алғыһыҙ характер һыҙаты, — тип өҫтәне вице-премьер Лилиә Ғүмәрова.
Тантаналы йыйылышта республиканың иң яҡшы социаль өлкә белгестәре кубоктар, грамоталар һәм аҡсалата бүләктәр менән наградланды.
Сараны музыкаль программа биҙәне.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика