10:20 (UTC+5), 05 Июня 2014

Бөгөн – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө

Гөлфиә Акулова
5 июндә донъя берләшмәһе экологик календарҙағы мөһим ваҡиғаларҙың береһен – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөн – Экологтар көнөн билдәләй. Байрам 1972 йылда тирә-яҡ мөхит проблемалары буйынса Стокгольм конференцияһында ойошторола. Йыл һайын донъяның 100-ҙән ашыу илендә Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөн билдәләү йәмғиәттең иғтибарын тирә-яҡ мөхит проблемаларына йәлеп итеүгә тәьҫир итә һәм кешенең тәбиғәт ресурстарына мөнәсәбәтен үҙгәртеү кәрәклеген билдәләй. Бөгөн байрам урамдарҙа митингтар, велосипедсылар парады, «йәшел» концерттар, конкурстар, ағастар ултыртыу, ҡалдыҡтарҙы ҡайтанан эшкәртеү буйынса кампаниялар менән оҙатыла.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыевтың әйтеүе буйынса, республикала тәбиғәт ресурстарын тотанаҡлы файҙаланыу һәм экологик именлекте тәьмин итеү буйынса бер төркөм программалар тормошҡа ашырыла, йәмәғәт хәрәкәттәре арта.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, 2013 йылда республика ойошмалары һәм предприятиелары тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һәм тәбиғәт ресурстарын тотанаҡлы файҙаланыуға 5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән (Башҡортостан иҡтисадына дөйөм инвестициялар күләменән 2,1 процент). 1092,7 миллион һум һыу ресурстарын һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу буйынса саралар тәшкил итте. Атмосфера һауаһын һаҡлауға ассигнованиелар 3052,7 миллион һум, ерҙәрҙе һаҡлауға һәм рациональ файҙаланыуға 579,9 миллион.
2013 йылда етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары республика предприятиеларында 42,9 миллон тонна йыйылған, тип хәбәр итә Рәсәй Тәбиғәтте күҙәтеү Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы. Уларҙың 6,4 миллион тоннаһы продукция етештереү һәм энергия алыу өсөн ҡулланылған, 180,8 мең тоннаһы зыянһыҙландырылған.
Былтыр тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға республика предприятиелары һәм ойошмалары 13,2 миллиард һум тотонған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика