06:36 (UTC+5), 04 Июнь 2014

Республиканың берҙәм рәсәйлеләре Украина балалары өсөн гуманитар ярҙам йыйҙы

Ғәлиә Нәбиева
Өфөнөң Октябрь районында белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр башланғысы буйынса, уҙып киткән Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған, «Украинаның көньяҡ-көнбайыш балаларын яҡлайыҡ!» акцияһы старт алды, тип хәбәр итә ER.RU.
Акцияның маҡсаты – йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, Украинаның көньяҡ-көнбайышында граждандар һуғышында балаларҙың хәле тураһында дөрөҫ мәғлүмәт таратыу. Шишәмбе, 3 июндә, мәктәпкәсә учреждениеларҙа хеҙмәткәрҙәр һәм балалар әҙерләгән концерт, спорт саралары, асфальтта һүрәттәр төшөрөү конкурсы уҙҙы. Балалары менән бергә ата-әсәләр Украинаның көньяҡ-көнбайыш балаларына ярҙам итеү өсөн һүрәттәр, теләктәр, стена гәзите әҙерләне.
Акция сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының беренсел бүлексәһе ағзалары ата-әсәләр менән бергә Украинаның көньяҡ-көнбайыш халҡына ярҙам итеү өсөн уйынсыҡтар, медикаменттар, антисептиктар, шәхси ҡулланыу әйберҙәре, табипҡа тиклем тәүге ярҙам күрһәтеү саралары, өҫ кейеме, аяҡ-кейем, урын-ер кәрәк-яраҡтары, ярма, шәкәр, макарон, бәләкәй йәштәге балалар өсөн ҡоро ҡатышма йыйыуҙы ойошторҙо. Йыйылған бөтә нәмә Украинаға оҙатыласаҡ.
- Һәр беребеҙ Укаринала барған хәлде белә. Тәрбиәләнеүселәр, хеҙмәткәрҙәр һәм ата-әсәләр ауыр, йәшәү өсөн хәүефле хәлдә ҡалған балаларға ярҙам итергә теләй. Был хәлгә күҙ йоморға ярамай. Рәсәй – көслө дәүләт, беҙ бер-беребеҙгә ауыр минуттарҙа ярҙам итергә тейеш. Һеҙ ҙә вайымһыҙ булып ҡалмағыҙ, — тип өндәне акция ҡатнашыусыларын «Берҙәм Рәсәй» партияһының беренсел бүлексәһе ағзалары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика