05:39 (UTC+5), 29 Мая 2014

«Башинформ» һәм «Ижтимағи электрон гәзит» хеҙмәткәрҙәре Ирәмәлгә экологик экспедицияға барасаҡ

Розалия Вәлиева
«Ирәмәл» тәбиғи паркында экологик экспедиция шәмбе, 31 майҙа, уҙасаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы һәм «Ижтимағи электрон гәзит» хеҙмәткәрҙәре Ҙур Ирәмәлдең күп быуаттар ятҡан таштарын туристар яҙып ҡалдырған яҙыуҙарҙан таҙартасаҡ.
Экологик акцияны республикала эске туризм өлкәһен үҫтереүсе «Роза ветров» туристик фирмаһы хуплап сыҡты. Компания 15 йыл дауамында тиерлек Көньяҡ Урал тауҙары матурлығын күрергә теләүселәргә ярҙам итә.
«Роза ветров» белгесе Юлиә Сәйғәфәрованың әйтеүе буйынса, тау таштарын яҙыуҙарҙан таҙартыу буйынса һуңғы акция өс йыл элек уҙғарылды һәм ошо осор эсендә яңы «ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр» барлыҡҡа килде.
- Беҙҙең компания теләк белдереүселәрҙе эш өсөн кәрәкле бөтә әйберҙәр менән тәьмин итәсәк, — тип һөйләне Юлиә Сәйғәфәрова, — Төркөм экспедицияға тәжрибәле гид етәкселегендә барасаҡ. Был сәйәхәт тәбиғи паркка экологик файҙа килтерер, ә экспедиция ҡатнашыусылары Ирәмәл тауына менеүҙән ләззәт алыр тип ышанабыҙ.
Экологик акция йомғаҡтары буйынса репортажды «Ижтимағи электрон гәзит» биттәрендә һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар таҫмаһында уҡый алаһығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика