12:15 (UTC+5), 28 Мая 2014

Республиканың 25 мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булды

Эльмира Сабирова
Республиканың 25 мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәре һәм биш ижади коллектив Башҡортостан Президенты грантына лайыҡ булды. Гранттар биреү исемлеген БР Хөкүмәте тейешле ҡарар менән раҫлаған.
Конкурс еңеүселәре араһында – профессор, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының композиция кафедраһы мөдире, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй композиторҙар союзының Д.Д.Шостакович исемендәге премия лауреаты, Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева. 100 мең һум күләмендәге грант «Заһир Исмәғилев — республика мираҫы: Заһир Исмәғилевтың Йорт-музейын реставрациялау» проектын тормошҡа ашырыуға бүленгән. Грант ярҙамы шулай уҡ «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы директоры Гәүһәр Батталоваға «Өфө-II ҡаласығы» ҡомартҡы территорияһында табылған археологик табылдыҡтарҙан «Боронғо ҡала серҙәре» тип аталған күргәҙмә һәм фотокүргәҙмә ойоштороуға бирелә. БР халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллығына арналған «Үҙемдең утыма саҡырам мин һеҙҙе!» Төбәк-ара әҙәби фестиваль үткәреүгә аҡса Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға бүленә.
Грантҡа шулай уҡ Илнур Юлдашбаев лайыҡ, ул билдәле Украина шағиры, рәссам һәм тәрән аҡыл эйәһе Тарас Шевченконың 200 йыллығына арналған Украина мәҙәниәте фестивален ойоштора.
БР Президентының 100 мең һум күләмендәге гранттарын бөтәһе 25 кеше аласаҡ.
Ижади коллективтар 300 мең һум күләмендәге гранттар менән билдәләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика