Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.93
0
100.8
0
73.05
+1.44
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2014, 16:43

Башҡортостанда «Йылмайыу» операцияһы» проекты сиктәрендә пластик хирургтар бушлай операциялар эшләй башланы

Пластик хирургия өлкәһендә белгестәр төркөмө Башҡортостанда «Йылмайыу» операцияһы» тигән хәйриә акцияһын башланы. Проект сиктәрендә Республика балалар клиник дауаханаһында табиптар республика район һәм ҡалаларында йәшәгән яңаҡ-йөҙөндә етешһеҙлектәр булған 50-нән ашыу балаға операция яһарға планлаштыра.
- Был акция Рәсәйҙең «Йылмайыу операцияһы» хәйриә ойошмаһы башланғысы буйынса уҙғарыла. Уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм республика Хөкүмәте хупланы, — тип һөйләне матбуғат конференцияһында Республика балалар клиник дауаханаһы баш табибы Рөстәм Әхмәтшин. — Был төбәк өсөн бик кәрәкле проект, яңаҡ-йөҙөндә етешһеҙлектәр булған балаларҙың иҫәбе арта бара. Йыл һайын республикала ауыҙ һәм йөҙөндә етешһеҙлектәр менән 80 самаһы бала тыуа. Бөгөнгө көнгә диспансерҙа иҫәптә ошондай 2000 самаһы бала тора – улар иҫәбендә операция эшләнгән балалар ҙа һәм операция талап ителгән сабыйҙар ҙа. Йыл һайын Республика балалар клиник дауаханаһында бындай 100-120 бушлай операция эшләнелә. Шуға ҡарамаҫтан, әле 200-ләп пациент сиратта тора, — тип һандар килтерҙе медицина учреждениеһы етәксеһе.
«Йылмайыу» операцияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы директоры Олга Кудаманованың әйтеүе буйынса, бындай тайпылыш менән балалар ғәҙәттәгесә туҡлана, тын ала, һөйләшә алмай һәм уларҙың һаулығына һәм дөйөм үҫешеүенә тәьҫир итә. Артабан психологик йәрәхәт сәбәбе булыуы ла ихтимал.
- Шул уҡ ваҡытта дөрөҫ алым менән бөтә етешһеҙлектәрҙе тулыһынса бөтөрөргә мөмкин һәм баланы адекват һәм йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итергә, уға ғәҙәти һәм бәхетле тормошҡа бөтә мөмкинлектәр бирегә була, — тип билдәләне Ольга Кудаманова.
Өфө – акция уҙғарылған Рәсәйҙең 16-сы ҡалаһы.
Волонтер-табиптар командаһы составында Новосибирск, Таулы-Алтай, Таганрог, Владимир, Ярославль һәм Өфөнөң иң яҡшы пластик хирургтары.
Бөгөн табиптар пластик операциялар эшләй башланы ла инде. Бер үк ваҡытта хирургтар һәм анестезиологтарҙың ике бригадаһы эшләй. Көн һайын белгестәр 10-12 балаға операция яһарға ниәтләнә.
Операцияға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса бөтә сығымдарҙы «ЗЕНИТ» банктар төркөмө ала. Ул акцияны ойоштороу буйынса сығымдарҙың төп өлөшөн үҙенә алды. Шулай уҡ Дәүләткә ҡарамаған милли пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе, волонтерҙар командаһын урынлаштырған «Ирәмәл» ҡунаҡханаһы һәм волонтерҙар командаһын туҡланыу, транспорт, кәрәҙле элемтә менән тәьмин иткән һәм балалар өсөн бүләктәр әҙерләгән Башҡортостандың башҡа компаниялары ярҙам күрһәтә.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: