Ейәнсура районында «Аҡбуҙат» балалар һәм үҫмерҙәр фильмдары фестивале үтәсәк
Балалар һәм үҫмерҙәр фильмдарының «Аҡбуҙат» I район кинофестивале 27 июндә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында үтәсәк. Фестивалдең маҡсаты – кино сәнғәте ярҙамында тамашасылар иғтибарын социаль һәм дини проблемаларға йәлеп итеү.
Конкурс программаһында Ейәнсура районы белем биреү учреждениелары ҡатнаша ала. Конкурстан тыш программала эштәр бөтә граждандарҙан да ҡабул ителә. Фестивалдә ҡатнашыу бушлай.
- Заявкалар килә башланы, конкурс һәм конкурстан тыш күрһәтеүгә 30-ҙан ашыу фильм дәғүә итә. Уларҙы профессиональ камераларға ғына түгел, ә кәрәҙле ҡоролмаларға ла төшөрөргә мөмкин, — тип һөйләне проект етәксеһе, Иҫәнғол мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Рәфис Ҡойбағаров. — Еңеүселәргә дипломдар һәм пар ҡанатлы Аҡбуҙат аты һыны тапшырыласаҡ.