09:58 (UTC+5), 22 Май 2014

Башҡортостан Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте

Ольга Мортазина
Башҡортостан Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләүҙең 112-се тантанаһы үтте. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова 57 күп балалы әсәгә наградалар һәм премиялар тапшырҙы. Хөкүмәттең социаль блогы етәксеһе миҙалға лайыҡ әсәләрҙе Башҡортостан Президенты исеменән ҡотланы, наградланыусыларҙың иҫәбе 6,5 меңгә етеүен билдәләне.
- Ғаиләгә, әсәлеккә, аталыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү республика социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөгө булып тора. Бөгөн республика Президенты етди бурыс ҡуйҙы – бөтә социаль ярҙам саралары билдәле маҡсатҡа тейһен өсөн барыһын да эшләргә. Күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙең иң мөһим сараһы – торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы. Бөгөн меңдән ашыу ғаилә сиратта тора. Дөйөм алғанда проектты тормошҡа ашырған ике йыл эсендә 170 ғаилә уртаса 2,6 миллон һумлыҡ сертификат алды. Тағы ла мең ғаиләнең үҙ сиратын көтөүен аңлайбыҙ, бындай программаларҙы финанслау бер нисә тапҡыр артырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ. Ул саҡта күп балалы ғаиләләрҙең иң мөһим проблемаһы тиҙерәк хәл ителәсәк.
Күп балалы әсәләр йәш кешеләргә өлгө күрһәтеп, ҙур һәм татыу ғаилә культын тергеҙеүгә тәьҫир итеп йәмәғәт тормошона әүҙемерәк ҡушылырға тейеш, тип иҫәпләй Лилиә Ғүмәрова. Республикала 600-ләп бала балалар йорттарында тәрбиәләнә. Йыл һайын йөҙҙән ашыу ҡатын бала табыу йорттарында яңы тыуған сабыйҙарынан баш тарта. Был хәлде күмәк көс менән төҙәтергә кәрәк, тип билдәләне вице-премьер.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика