05:43 (UTC+5), 16 Мая 2014

Балалар омбудсмены Павел Астахов Өфөлә Алмаштырыусы ғаиләләр фестивалендә ҡатнашты

Ләйлә Аралбаева
Кесе йома, 15 майҙа, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Павел Астахов эш сәфәре сиктәрендә Өфө ҡалаһының Алмаштырыусы ғаиләләр фестивалендә ҡатнашты. Башҡорт дәүләт медицина университетының уҡыу-спорт комплексында уҙған сара Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналды.
Байрам хөрмәтенә «Ғаилә» психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге һәм баш ҡала хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы йыл һайын масштаблы акциялар уҙғара.
Алмаштырыусы ғаиләләр фестивале беренсе тапҡыр ойошторолдо. Ул Мәскәүҙең ауыр тормош шарттарында ҡалған баларға ярҙам итеү фонды булышлығында «Йөрәккә асҡыстар» проекты сиктәрендә уҙҙы. Фестивалгә 200-ҙән ашыу тәрбиәгә һәм опекунлыҡҡа алған ғаиләләр саҡырылғайны.
Өфөлә 2877 алмаштырыусы ғаиләлә 3247 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала тәрбиәләнә.
«Ғаилә» үҙәге белгестәре, тәрбиәгә алған ата-әсәләр, «Балалар плюс» һәм «Апельсин» үҫмерҙәр клубтары берләшмәләре волонтерҙары комплекс алдындағы майҙанда һәм фойела уйындар, викториналар, оҫталыҡ кластары ойошторҙо.
Байрамда бала хоҡуҡтарын яҡлаусы Павел Астахов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, БР Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов ҡатнашты.
- Бөгөн – Ғаилә көнө, иң йылы байрам, — тип билдәләне Павел Астахов. — Ғаилә – ул яҡын кешеләр. Ғаиләләрегеҙҙә йылылыҡтың бер ҡасан да юғалмауын, һеҙҙең иҫ киткес балаларығыҙҙың бәхетле булыуҙарын теләйем. Һеҙҙе байрам менән ҡотлайым һәм эшләгән барлыҡ изгелектәрегеҙ өсөн рәхмәт әйтәм.
Фестивалдә һигеҙ алмаштырыусы ғаилә сығыш яһаны. Һәр ғаилә үҙе тураһында һөйләне һәм ҙур булмаған видеоролик күрһәтте. Бөтә ҡатнашыусыларға ла иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика