09:32 (UTC+5), 14 Мая 2014

Йәйен Өфөлә һыуҙа ял итеү өсөн 13 зона ойоштороласаҡ

Розалия Вәлиева
2014 йылда Өфөлә халыҡҡа һыуҙа ял итеү өсөн 13 зона ойоштороласаҡ. Ағиҙел йылғаһы буйында «Ҡояшлы» һәм «Бельская» (Киров районы), «Нижегородка» һәм «Затон» (Ленин районы) пляждары эшләйәсәк. Ҡариҙел йылғаһы буйында Октябрь районында «Ҡояш яры» һәм «Сипайлово Сочиһы», Калинин районында «Ҡомло» («Песчаный») һәм «Йылға тамағы» («Устье») ял итеү зоналары асыласаҡ. Был хаҡта БР Өфө хакимиәтенең Граждандар именлеге идаралығы начальнигы Александр Сопин хәбәр итте.
Шулай уҡ пляждар күл буйҙарында эшләйәсәк – ул «Карьер» һәм «Матур» (Дим районы), «Ҡашҡаҙан» (Октябрь районы), «Гольфстрим» һәм «Ожмах яры» (Калинин районында Йылы күлдә) ял итеү зоналары.
Әлеге ваҡытта Өфөнөң эҙләү-ҡотҡарыу отряды һыуҙа ял итеү зоналарында профессиональ ҡотҡарыусылар менән бергә дежурлыҡ ойоштороу өсөн студенттар араһынан ҡотҡарыусы-йәмәғәтселәрҙе йыя һәм өйрәтә.
2013 йылда Өфөнөң эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре 185 кешене, шул иҫәптән 28 баланы ҡотҡара. Ойошторолған ял итеү зоналарында бәхетһеҙлек осраҡтары булмай. Йыһазландырымаған ял итеү урындарында былтыр 26 кеше батып үлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика