16:39 (UTC+5), 13 Мая 2014

Төбәктә йәш урман 10,5 мең гектарҙа ултыртыласаҡ

Илья Спиридонов
Был яҙ Башҡортостанда 10,5 мең гектарҙа урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарыу планлаштырыла, тип хәбәр итә республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Шул уҡ ваҡытта өҫтөнлөк ылыҫлы ағастарға бирелә.
- Бөгөнгә йәш урман ултыртыу эше дөйөм алғанда республика буйынса 1086 гектар майҙанда тамамланған. Урман участкаларын ҡуртымға алыусылар 257 гектар ултыртҡан, — тип һөйләне БР Урман хужалығы министрлығының урмандарҙы тергеҙеү бүлеге начальнигы Марат Кәбиров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостан Республикаһында 10,6 мең гектар урман тергеҙелде, ул ҡырҡылған урман майҙанына тап килә. Рәсәй Урман хужалығы Башҡортостандың был йүнәлештә планды арттырып үтәгән төбәктәр иҫәбендә тороуын билдәләне. Урман ултыртыу майҙандары буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика