04:55 (UTC+5), 13 Мая 2014

Рөстәм Хәмитов: «Яуаплы хеҙмәттәр Башҡортостанда ташҡын барышына прогноз яһауҙы үтәй алманы»

Олег Яровиков
"Башинформ"
12 майҙа БР Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала ташҡындың икенсе тулҡыны, шул иҫәптән гидрометеорология идаралығы һәм БР буйынса һыу ресурстары территориаль бүлеге белгестәре өсөн дә, көтөлмәҫтән үтеп китеүенә иғтибар итте, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
«Гидрометеорологтар ҙа, һыу хеҙмәте лә республика халҡына һәм власть органдарына ташҡындың икенсе тулҡыны көтөлөүе тураһында алдан хәбәр итмәне, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бер нисә ауыл биләмәһен, юлдарҙы һыу баҫты, кешеләр бындай «ҙур һыуҙың» үтеүенә тейешенсә әҙер булманы. Был хәл республикабыҙ өсөн ныҡ ауыр булмаһа ла, прогноз яһау буйынса әҙерлек эштәре насар үтәлгән».
Башҡортостан Президенты вице-премьер Марат Мәһәҙиевҡа алдағы йылдарҙа ташҡындың үтеүенә әҙерлек буйынса эште системалы башҡарырға ҡушты.
«Ҙур ташҡындың киләһе йылдарҙа ла булыуы ихтимал, тәбиғәт шарттарынан торған был процестың булыуы бик мөмкин», – тине Рөстәм Хәмитов.
«Ҙур һыуҙан» һуң эҙемтәләрҙе бөтөрөү буйынса эш барышында хәлде баһалау һәм гидротехник ҡоролмаларҙы, күперҙәрҙе нығытыу, йылға үҙәндәрен таҙартыу һәм тәрәнәйтеү буйынса саралар үткәреү, яр буйҙарында йәшәгән кварталдар янында һаҡлағыс дамбаларҙы төҙәтеү күҙаллана.
Өфө райондарын һыу баҫыу Ағиҙел йылғаһының кимәле 7,05 метрға тиклем күтәрелгәндә башлана. Әлегә ул 6,67 метр тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика