06:35 (UTC+5), 08 Мая 2014

2014 йылда 639 ветеран фатир аласаҡ – Башҡортостан Президенты

Ғәлиә Нәбиева
- Социаль сәйәсәтебеҙҙең иң мөһим өҫтөнлөгө – һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына ярҙам итеү. Беҙҙең бурыс – уларҙың һәм ҡайһыһын иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алыу, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 69 йыллығына арналған тантаналы кисәлә.
Хәҙер Башҡортостанда алты мең Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 23 меңдән ашыу һуғышта тол ҡалған ҡатын, 52 меңләп тыл хеҙмәтсәне йәшәй. Йыл һайын ветерандар кәмегәндән-кәмей.
Рөстәм Хәмитов һуғышта ҡатнашыусыларҙың торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү төп бурыстарҙың береһе тине.
- Һуңғы өс йылда 5,5 мең самаһы ветеран, шул иҫәптән былтыр 1740 кеше торлаҡ менән тәьмин ителде,— тине республика башлығы. — Быйыл 639 кеше фатир аласаҡ. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына беҙҙең бөтә ветерандар ҙа мотлаҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ.
Рөстәм Хәмитов өлкән быуын кешеләре менән эш итеүҙә Башҡортостан Республикаһының һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары ойошмаһы ҙур ярҙам күрһәтә тип билдәләне. «Һеҙҙең ныҡлы ветерандар берләшмәһе социаль ярҙам, өлкән быуын кешеләренең дауалауын һәм ялын ойоштороу буйынса мөһим мәсьәләләрҙе яуаплы хәл итә, өҙлөкһөҙ йәштәрҙең патриотик тәрбиәһе менән шөғөлләнә. Ветерандар ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә буласаҡбыҙ, уларҙың эшенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ».
- Ветерандарҙың үтенестәренә яуап бирәсәкбеҙ. Хатта хәҙер, был залға инеп барғанда ветерандар менән аралаштыҡ, улар миңә ветерандар өсөн республика шифаханаларына йыш ҡына путевкалар булмауына зарланды, — тип һөйләне республика башлығы. — Шифаханалар хаҡтарҙы күтәрҙе. Улар кемдәр ял итергә килеүселәргә иғтибар итмәй. Бындай практика яраҡһыҙ тип иҫәпләйем. Һис шикһеҙ, ветерандарыбыҙҙың ялы өсөн мөмкинлектәр булдырыуҙы ҡарарға кәрәк. Мотлаҡ бының өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика