04:58 (UTC+5), 07 Мая 2014

Өфөнөң Урмансылар паркын төҙөкләндереүгә 50 миллион һум бүленгән – Башҡортостан Президенты

Эльмира Сабирова
Өфөлә Урмансылар паркын төҙөкләндереүгә бюджеттан тыш аҡсаларҙан 50 миллион һум бүленгән, улар был йәй дауамында үҙләштереләсәк, тип белдерҙе шишәмбе көнө журналистар менән осрашыу барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. Республика башлығы был мәсьәләне үҙ контроленә алыуын билдәләне. 2015 йылдан алып ике-өс йыл дауамында бында кешеләр өсөн заманса, яҡшы парк эшләнергә тейеш. Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов өфөлөләрҙе был парк биләмәһен тәртипкә килтереүҙә ҡатнашырға саҡырҙы.
Парк зоналары тураһында һөйләгәндә, республика башлығы, Өфөлә 20 мең гектар ер бар һәм бер генә яҡшы парк та юҡ, тип билдәләне.
- Бысратылған, ҡаҙылған территориялар, гараждар, ниндәйҙер мөгәрәптәр менән тултырылған ҡаралмаған урмандар, емерелгән һуҡмаҡтар. Кешеләр спорт менән шөғөлләнерлек урындар юҡ. Байрам көндәрендә – 2 һәм 3 майҙа – шәхси рәүештә парк тип йөрөтөлгән биләмәләрҙе ҡарап сығырға булдым. Ундағы хәл ҡот осҡос. Урмансылар паркы биләмәһендә булдым – Өфө үҙәгендә Салауат Юлаев проспекты һәм Менделеев урамы араһында 100 гектар ер катастрофик хәлдә. Унда урман насар түгел, әммә ҡартайған. Бысраҡ, сүп-сар, тағы ла шул юлдарҙың булмағанлығы. Зверинец тип йөрөтөлгән ҡырағай йәнлектәрҙе күрһәтеү урынын ҡараным. Бахыр хайуандар, уларҙы кешеләргә күрһәтмәһәләр яҡшыраҡ булыр ине, улар ниндәй хәлдә, бөтә ялан кәртәләр һәм вольерҙар ниндәй торошта. Был бик борсоулы күренеш.
«Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Нефтекама һәм республиканың башҡа ҡалалары биләмәләрендә кисектермәйенсә яңы заманса парктар булдырыуға тотонорға» кәрәк, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.
- Ҡалаларҙа ғына түгел, ә ауылдарҙа, ауыл биләмәләрендә ла кешеләр үҙҙәрен уңайлы тойһон, ял итһен, балалары менән ваҡыт уҙғарһын өсөн территориялар эшләргә кәрәк. Комфорт биләмәләрен булдырыу зарур. Бындай программаны яҡын ваҡыт эсендә ҡабул итәсәкбеҙ һәм уны үҙем контролдә тотасаҡмын, сөнки ошондай территорияларҙың булыуынан ҡалаларыбыҙҙа һәм ауылдарыбыҙҙа йәшәгән кешеләрҙең кәйефе тора.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика