11:10 (UTC+5), 07 Мая 2014

7 май – Радио көнө

Арина Рәхимҡолова
Бөгөн Рәсәйҙә Радио көнө билдәләнә, уны бөтә элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре байрам итә.
1895 йылдың 7 майында Рәсәй физигы Александр Попов тәүге радиобәйләнеш сеансы булдырып донъяға беренсе радиоалғысты күрһәтә.
Тәүге тапҡыр был дата тантаналы рәүештә 1925 йылдың майында билдәләнә. Алдағы түңәрәк даталар беленмәй үтеп китә. Уны шул дәүерҙә Рәсәйҙә барған ҡатмарлы сәйәси хәлдәр менән аңлатып була. Радионың 20 йыллығы Беренсе донъя һуғышы сығыу менән тап килә, 25 йыллығы ваҡытында илдә Граждандар һуғышы бара.
Радионың ярты быуат юбилейы ваҡыт буйынса фашистик Германияны еңеү менән тура килә. 1945 йылдың 2 майында Александр Попов уйлап тапҡан радионың 50 йыллығын байрам итеү тураһында СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының Ҡарары сыға. Йәмғиәттең мәҙәни һәм сәйәси тормошонда һәм ил оборонаһында радионың ролен иҫәпкә алып хөкүмәт йыл һайын 7 майҙа Радио көнөн билдәләргә ҡарар итә.
Поповтың исемен Рәсәйҙә генә беләләр. Киң танылыуҙы Гульельмо Маркони яулай, ул Александр Поповтың уйлап сығарылған нәмәһен күрһәткәндән бер йыл үткәс кенә Бөйөк Британияның телеграф ведомствоһы хеҙмәткәрҙәренә, армия һәм адмиралтейство вәкилдәренә «үткәргесһеҙ телеграфтың» эшен күрһәтә. Әгәр Поповтың эше тураһында киң билдәле булмаһа, Маркони тажрибәһенең тасуирламаһы донъя ғилеме һәм техникаһының бөйөк асышы булараҡ бөтә гәзиттәрҙә баҫыла.
Әлеге ваҡытта радиоэлемтә үҙ үҫешендә оҙон юл үткән, бөгөн элемтә технологиялары көндәлек тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.
Заманса мәғлүмәт бумы – бер нисә быуын ғалимдар, инженерҙар, техниктарҙың, элемтә тармағы менән яҙмышын бәйләгән барыһының да хеҙмәт һөҙөмтәһе. Радио көнөн телевидение, радиотапшырыуҙар, почта, элемтә хеҙмәткәрҙәре һәм башҡаларҙың байрамы тип ҡыйыу атарға мөмкин. Илдә барған мөһим ваҡиғалар тураһында оператив хәбәр еткереүсе, кешелек эштәрен һәм фекерҙәрен берләштереүсе бөтәһенең дә.
Башҡортостан элемтә үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора. Һуңғы йылдарҙа республикала һауа линияларын кабелгә, шул иҫәптән оптикка алмаштырыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Улар бөтә Башҡортостандың район үҙәктәрен һәм ҡалаларын тоташтыра. Бынан тыш, республиканың бөтә ҡалаларында тиерлек, шулай уҡ бер төркөм район үҙәктәрендә телерадиостудиялар бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика