Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2014, 18:53
9 майҙа Өфө күген сағыу фейерверк биҙәйәсәк
9 майҙа Өфө күген сағыу фейерверк биҙәйәсәк. Байрам салюты Ленин майҙанында 23 сәғәттә үтәсәк.
Киске сәғәт алтыла майҙанда Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығына арналған концерт башланасаҡ. Әммә быйыл өфөлөләр халҡы һәр йыл уҙғарылып килгән парадты күрмәйәсәк.
- Йыл һайын уны үткәреп булмай, — тине Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. — Парадты киләһе йыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арнап ойошторорға ҡарар ителде. Уға әҙерлек 9 майҙан һуң башланасаҡ.
Байрам саралары был көндө баш ҡаланың бөтә райондарында ла уҙасаҡ.
Һуғыш ветерандары, уларға тиңләштерелгән кешеләр һәм тыл хеҙмәтсәндәре байрам хөрмәтенә иҫтәлекле бүләктәр, аҙыҡ-түлек йыйылмалары һәм традицион кейемдәр – яулыҡтар, джемперҙар һәм пледтар аласаҡ.
Автор:
Екатерина Соколова
Теги:
еңеү көнө
Читайте нас