Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2014, 11:30

Республика башлығы Ҡырмыҫҡалы районында булды

4 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Ҡырмыҫҡалы районында булды, бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһының эше менән танышты, сәсеүҙең барышын тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ляхов ауылында Башҡортостан Президенты «Артемида» компаниялар төркөмөнөң былтыр ҡыш «500 ферма» программаһы буйынса төҙөлгән малсылыҡ комплексын ҡараны. Уны агросәнәғәт комплексын үҫтереү милли проекты сиктәрендә 2005 йылда һала башлайҙар, әммә көрсөккә күрә төҙөлөш туҡтап ҡала. 2012 йылда, «500 ферма» республика программаһына инеп, комплексты төҙөүҙө дауам итәләр. Бөгөн һөтсөлөк-тауар фермаһы тәүлегенә 15 тонна һөт етештереү ҡеүәтенә сыҡҡан, бында 1000 баш һауын һыйыр аҫрайҙар. Ике йыл дауамында был күрһәткестәрҙе 1200 башҡа тиклем һәм 20 тоннаға тиклем еткерергә планлаштыралар.
«Артемида» компаниялар төркөмө баҫыуҙарының береһендә (дөйөм сәсеүлек майҙаны 16,5 гектар тәшкил итә), Рөстәм Хәмитов сәсеү һәм тупраҡты эшкәртеү өсөн ҡулланылған техниканы ҡараны. Шулай уҡ Башҡортостан Президенты хужалыҡтың баҫыуҙарында яҡшы шытып сыҡҡан ужым бойҙайына иғтибар итте. Һауа торошо шарттары арҡаһында сәсеү эштәре графигынан яҡынса бер аҙнаға артта ҡалған.
Рөстәм Хәмитов артабан ҡараған «Надежда» ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуҙарында сәсеү эштәре, киреһенсә, графиктан алда бара. Техника әҙер, яғыулыҡ һәм орлоҡтар етерлек. Бер юлы республика башлығы хужалыҡ урынлашҡан Константиновка ауылы социаль объекттарын ҡараны.
Артабан Рөстәм Хәмитов яңы «Башовощснаб» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылытма хужалығының эше менән танышты. Февралдән алып майға тиклем бында 145 тонна күләмендә ҡыяр алғандар. Продукция Өфө һәм уның эргә-тирәһендәге кибеттәрҙә «Ҡырмыҫҡалы ҡыярҙары» сауҙа маркаһы аҫтында һатыуға сығарыла. Яһалма яҡтыртыуҙың юҡлығы хужалыҡ үҫеше юлында иң ҙур ҡаршылыҡ булып тора, быға 18 миллион һум капитал һалыу талап ителә. Шул ваҡытта уның уңдырышлылығы бер ярым-ике тапҡырға артыуы ихтимал. Башҡортостан Президенты ауыл хужалығы министры Николай Коваленкоға фермерға ярҙам итеү юлын табырға ҡушты.
Шайморатов ауылында Рөстәм Хәмитов шул үк исемле хужалыҡтың эшмәкәрлеге менән танышты. «Шайморатов» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең төп эшмәкәрлеге – үҫемлекселек менән малсылыҡ. Предприятие ҡайнамаған һөт етештереүҙә һәм тоҡомло йәш мал үрсетеүҙә махсуслаша. Өҫтәмә килем сығанаҡтары – ит, иген, техник культуралар (шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш) һатыу. Предприятие 6000 гектарҙан ашыу һөрөнтө ерҙе эшкәртә. 880 баш эре мөгөҙлө малы бар.
«Шайморатов» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең офисында Рөстәм Хәмитов Ҡырмыҫҡалы шәкәр заводы проблемалары буйынса пландан тыш кәңәшмә үткәрҙе. Былтыр завод ябылды һәм фермерҙарҙан сеймалды ҡабул итмәй башланы. «Россельхозбанк» - предприятиеның төп акционеры булып тора. Республика Президенты фермерҙарға шәкәр заводын һатып ала, уны яңырта һәм проект ҡеүәтенә сығара алырҙай берләштерелгән кооператив ойошторорға тәҡдим итте.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: