09:39 (UTC+5), 28 Апреля 2014

Башҡортостандың механизаторы, музыка белгесе һәм рәссамы Рәсәйҙең дәүләт наградаларына лайыҡ

Сергей Захаров
Владимир Путин ил үҫешенә өлөш индергәндәре, гуманитар өлкәлә ҡаҙаныштары, әүҙем закондар сығарыу һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, күп йылдар дауамында намыҫлы хеҙмәте өсөн рәсәйлеләрҙе дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.
Бүләкләнеүселәр исемлегендә – Башҡортостандың өс вәкиле. II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалына Шишмә районының «Берҙәмлек» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Әлфрид Сәхәбетдинов лайыҡ. «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеме З.Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Евгений Скуркоға бирелде. Башҡортостандың Рәссамдар союзы ағзаһы Айрат Тереғолов Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы исеменә лайыҡ, тип хәбәр ителә kremlin.ru сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика