06:19 (UTC+5), 23 Апреля 2014

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре эш сәфәре менән Белогорск районында

Эльмира Сабирова
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре эш сәфәре менән Ҡырым Республикаһының Белогорск районында. Сәфәрҙең маҡсаты – Белогорск районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән танышыу һәм артабанғы хеҙмәттәшлек булдырыу. Шулай уҡ Үҙәк район дауаханаһына барыу ҡаралған.
- Эш сәфәре сиктәрендә стратегик бурыстар тикшереләсәк һәм ҡуйыласаҡ, район һаулыҡ һаҡлау үҫеше юлдары билдәләнәсәк. Рәсәй Федерацияһында ҡабул ителгән тәртиптәргә ярашлы, айырыуса иғтибар өлкәнең һөҙөмтәлелеген арттырыуға һәм Ҡырым халҡына медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк, — тип хәбәр итте БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Кускарбекова.
Яҡын ваҡыт эсендә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Ҡырымға табиптар бригадаһын ебәрәсәк, уларҙың составы Белогорск Үҙәк район дауаханаһына барғандан һуң билдәле буласаҡ. Белгестәрҙе, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ашығыс медицина ярҙамы автомобиле оҙатасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика