09:46 (UTC+5), 23 Апреля 2014

Башҡортостан Ҡырымға гуманитар ярҙам менән икенсе колоннаны ебәрҙе

Эльмира Сабирова
Шаршамбы, 23 апрелдә, Башҡортостандан Ҡырымға гуманитар йөк менән иҫәп буйынса икенсе колонна оҙатылды. Ике фура республиканың шефлыҡҡа алынған Белогорск районына аҙыҡ-түлек, беренсе кәрәк-яраҡ предметтарын, шулай уҡ мәктәптәр өсөн оргтехника, шул иҫәптән интерактив компьютерлы класс, музыка ҡоралдары, музей ҡорамалдары алып китте.
Колонна Дуҫлыҡ монументы алдынан ҡуҙғалды.
- Икенсе һанлы автомобилдәр ҡарауаны ҙур байрам – Еңеү көнө алдынан китә. Бойондороҡһоҙ Украина һәм Ҡырымдың 23 йыл йәшәү ваҡытында уның составында был байрам тураһында онотолар. Ветерандарҙы, һәләк булған һалдаттарҙың тол ҡатындарын оноталар. Был ҡарауанда Белогорсктың һуғыш ветерандарына һәм һәләк булған һалдат һәм офицерҙарҙың тол ҡатындарына бүләктәр алып барабыҙ. Бөгөнгө көнгә унда 1401 кеше йәшәй. Ул хәтер, хөрмәт көнө. Ни тиһәң дә, быйыл Ҡырымды фашист ғәскәрҙәренән азат итеүҙең 70 йылы билдәләнә, — тип һөйләне БР Хөкүмәте матбуғат секретары Павел Самойлин.
Шулай уҡ Белогорск районына ашығыс ярҙам машинаһы, мәктәп автобусы һәм «Газель» микроавтобусы бирелә.
Бының менән ярҙам күрһәтеү тамамланмай. Артабан йөктәр Ҡырым халҡының һәм ойошмаларҙың ихтыяждарына ярашлы йыйыласаҡ.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Берләшкән депутаттар төркөмө» рәйесе Заһир Хәкимов, Ҡырымдың Рәсәй менән берләшеү процесы – ул географик сиктәрҙе киңәйтеү генә түгел, ә Рәсәйҙең терелеү процесы, тип иҫәпләй.
- Башҡортостан парламенты депутаттары был акцияға ярҙам итергә булды һәм үҙ өлөшөн индерҙе. Беҙ Белогорск районы мәктәптәренең береһенә «ГАЗель» алдыҡ, — тип асыҡланы Заһир Хәкимов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 75 тонналыҡ гуманитар йөк менән беренсе колонна Башҡортостандан Симферополгә 27 мартта алып барылды.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика