07:45 (UTC+5), 22 Апрель 2014

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы Ҡырымдың урман хужалығына комплекслы ярҙам күрһәтәсәк

Гөлфиә Акулова
Республика Урман хужалығы министрлығының делегацияһы эш сәфәре менән Ҡырымдың Белогорск районында булды. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙең яңы төбәгенең урман хужалығы менән танышыу, шулай уҡ методик һәм матди ярҙам күрһәтеү сәфәрҙең төп маҡсаттары булды. Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин Ҡырымдың Урман һәм һунар хужалығы буйынса республика комитеты, «Белогорск урман хужалығы» дәүләт предприятиеһы һәм «Һыуыҡ тау» һунарсылыҡ хужалығы етәкселеге һәм коллективтары менән осрашты. Улар бөтәһе лә тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе.
Бөгөнгө көнгә, Белогорск урман хужалығы ҡарамағындағы, урман фондының майҙаны 38 мең гектар тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта был предприятие эшмәкәрлегенең 95 проценты тик утын әҙерләүгә тура килә.
Рәжәр Нәбиуллин билдәләүенсә, Белогорск урман хужалығының матди-техник базаһы бик туҙған һәм яңыртыуҙы талап итә. Сәфәр сиктәрендә Ҡырымдың урман хужалығына комплекслы ярҙам күрһәтеү менән бәйле бер төркөм тәҡдимдәр әҙерләнде. Яҡтар Башҡортостандың Урман хужалығы һәм Ҡырымдың Урман һәм һунар хужалығы буйынса республика комитеты араһында үҙ-ара эш итеү тураһында Килешеү төҙөргә булды. Шулай уҡ методологик ярҙам күрһәтеү, урман хужалығы буйынса проблемалы мәсьәләләрҙе асыҡлау, уларҙы Башҡортостан урман хужалығының эшсе төркөмө тарафынан хәл итеү буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләү өсөн Белогорск районында күсмә семинар-кәңәшмә үткәреү тураһында килешелгән. Башҡа тәҡдимдәр иҫәбендә – төбәктең урман хужалығы менән идара итеү системаһын реорганизациялау һәм Рәсәй ҡануниәтен үтәү менән Ҡырымдың Урман һәм һунар хужалығы буйынса республика комитетының яңыртылған структураһын ойоштороу буйынса методологик ярҙам күрһәтеү.
Үткән осрашыуҙарҙың ҡатнашыусылары фекерләүенсә, урман хужалығы менән идара итеү һәм алып барыу процестарын мәғлүмәтләштереү буйынса алдынғы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу, «Белогорск урман хужалығына» һәм «Һыуыҡ тау» һунарсылыҡ хужалығына янғынға ҡаршы махсус техникалар һәм ҡорамалдар алыу өсөн матди ярҙам күрһәтеү шулай уҡ бик мөһим.
Төбәктәр араһында Ҡырымдың Белогорск районында урмандарҙың тупраҡ-климат шарттарын өйрәнеү, ултыртыу материалдарын уйлап сығарыу һәм үрсетеү буйынса ғилми-тикшеренеү эштәрен үткәреү өлкәһендә хеҙмәттәшлек планлаштырыла. БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин әйтеүенсә, Башҡортостан, төрлө климат зоналарынан алынған, төрлө ағас тоҡомдарының пробалы орлоҡтар партияһын бүләсәк.
- Белем биреү өлкәһендә үҙ-ара тығыҙ бәйләнеште яйға һалырға планлаштырабыҙ, бының өсөн Ҡырымдың Белогорск районы абитуриенттарына Өфө урман хужалығы техникумында бөтә һөнәрҙәр буйынса белем алыу өсөн 20-30 бюджет урынға квоталар бүленәсәк. Тағы ла өс-биш урынды Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыу өсөн бүләсәктәр, бөтә был студенттар республикабыҙҙың урмансылыҡтарында һәм урман хужалығы предприятиеларында уҡытыу-производство практикаһын үтә аласаҡ. Бынан тыш, Өфөлә һәм Белогорскта бер үк ваҡытта «Йәшәү ағастары» иҫтәлекле аллеялар үҫтереү буйынса уртаҡ акция үткәрергә ниәтләнәбеҙ, — тип хәбәр итте Башҡортостандың урман ведомствоһы башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика