06:00 (UTC+5), 21 Апреля 2014

Республика етәксеһе Стәрлетамаҡта граждандарҙы ҡабул итте

Розалия Вәлиева, Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Президенты дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса Стәрлетамаҡта РФ Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашыу үткәрҙе. Рөстәм Хәмитовҡа үҙ мәсьәләләре менән Стәрлетамаҡ һәм Стәрлетамаҡ районы, Күмертау, Ишембай, Салауат халҡы килгәйне. Граждандарҙың проблемалары төҙөкләндереүгә, күп балалы ғаиләләргә ер участкаларын бүлеүгә, алданған өлөшсөләр мәсьәләләрен хәл итеүгә ҡағылды.
Стәрлетамаҡ районының Строймаш ҡасабаһында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙ тирә-яҡ мөхитте бысратыуға зарланды. Уның әйтеүенсә, 2000 халыҡ йәшәгән ауыл биләмәһе эргәһендә ике эре предприятие төҙөлгән. Бер яҡтан ҡасабаның экологияһын сода етештереүҙең ҡалдыҡтары боҙа, икенсенән – ҡалдыҡтарҙы ҡайтанан эшкәртеү буйынса полигон. Бынан тыш, ғариза биреүсе Строймашта дауахананың насар торошона һәм дарыухананың булмауына зарланды.
Рөстәм Хәмитов дауаханала дарыухана пунктын ойошторорға тәҡдим итте. Был хәлдән юл табырға республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡушылды. Экологик хәлдең мәсьәләһе төбәк башлығының контроленә алынды.
Шулай уҡ Стәрлетамаҡтан ике граждан, күп балалы ғаиләләргә һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ер бүлеү проблемаһы менән мөрәжәғәт итте. Өс йыл элек улар йорт төҙөү өсөн ер алыуға сиратҡа торған. Белдереүселәр әйтеүенсә, был ваҡыт эсендә мохтаждарға бер участка ла бирелмәй – ҡала хакимиәте сроктарҙы гел шылдыра.
Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Алексей Изотов билдәләүенсә, был мәсьәләне хәл итеү өсөн ҡала һәм Стәрлетамаҡ районы араһында был төҙөлөш аҫтына ер биреү тураһында Килешеү төҙөлгән. Районда был маҡсаттар өсөн 500 гектарлыҡ территория бүленгән. Әлеге ваҡытта кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереү бара.
- Йәйен һеҙҙең ерегеҙ булһын тип тырышасаҡбыҙ, инфраструктура ла буласаҡ, электрҙы ла үткәрәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты.
Күмертауҙан күп балалы әсә, ике йыл элек ер участкаһын алдыҡ, хәҙер унда йорт төҙөлөп бөтөп килә, тип хәбәр итте. Әммә коммуникациялар, ғариза биреүсенең әйтеүе буйынса, әлегә тиклем бер ниндәй ҙә юҡ. Асыҡлауҙарынса, инженер селтәрҙәренең проекты әлегә дәүләт экспертизаһын үтмәгән.
Республика Президенты беренсе вице-премьер Рәүеф Ноғомановҡа, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәновҡа һәм Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляевҡа кәрәкле сараларҙы үткәреүҙе тиҙләтергә ҡушты.
Алданған өлөшсөләр һорауҙары буйынса Стәрлетамаҡ халҡы мөрәжәғәт итте. 2011 йылдан алып улар һатып алынған фатирҙарҙы намыҫһыҙ төҙөүселәр арҡаһында ала алмай. Ғариза яҙыусылар Рөстәм Хәмитовты уларҙың йортон проблемалы йорттар исемлегенә индереүҙәрен һораны. Стәрлетамаҡ ҡалаһы мэры әйтеүенсә, әлеге ваҡытта, был йортто төҙөп бөтөрөргә тотонасаҡ, яңы төҙөүсе табылды.
Шулай уҡ ҡабул итеү ваҡытында Стәрлетамаҡтың «Көнбайыш» биҫтәһендә яңы мәктәп төҙөлөшөн тиҙләтеү, күп балалы әсәләргә ярҙам итеү Хәйриә фонды өсөн бүлмә һәм транспорт бүлеү үтенестәре яңғыраны. Ишембай кешеһе Ҡаракүл йылғаһы үҙәндәрен таҙартыу буйынса эште әүҙемләштереүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Һыу ятҡылығы, ғариза биреүсенең әйтеүе буйынса, нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү ваҡытынан алып нефть шламдары менән бысранған. Стәрлетамаҡ районының Загородный ауылы исеменән канализация үткәреү, урамды яҡтыртыу, юл һалыу үтенестәре яңғыраны.
Осрашыуҙа ҡаралған мәсьәләләрҙе Башҡортостан Президенты үҙ контроленә алды.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика