13:44 (UTC+5), 18 Апрель 2014

БР Хөкүмәте вице-премьеры Лилиә Ғүмәрова БДИ үткәреүҙең яңы процедуралары менән танышты

Эльмира Сабирова
Өфөнөң 5-се лицейында кесе йома, 17 апрелдә, имтихандарҙы үткәреү пунктары етәкселәре өсөн семинар-кәңәшмә үтте. Әңгәмәнең темаһы – Башҡортостан Республикаһында урта дөйөм белем биреүҙең белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡ аттестацияһын үткәреүгә әҙерлек мәсьәләләре.
Сарала шулай уҡ БР Хөкүмәте ҡарамағындағы БДИ-ны үткәреүҙе камиллаштырыу буйынса ведомство-ара комиссия ағзалары, ата-әсәләр берләшмәһе һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
- Берҙәм дәүләт имтиханы – ул ата-әсәләр, уҡытыусылар өсөн ҙур һынау. Һәм тәү сиратта, әлбиттә, балаларҙың үҙҙәре өсөн. Сығарылыш уҡыусылары өсөн максималь уңайлы психологик торош булдырыуға акцент эшләргә кәрәк, — тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Беҙҙең бөгөнгө осрашыуыбыҙҙың маҡсаты – БДИ процедураһын һәр ҡатнашыусы өсөн мөмкин тиклем асыҡ итеп эшләү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр БР Мәғариф министрлығы, педагогтар һәм ата-әсәләр йәмғиәте менән берлектә атҡарған ҙур эшкә ҡарамаҫтан, бик күп боҙоуҙар булды.
Быйыл, БДИ-ның бөтә йүнәлештәре буйынса уны яңыса техник тәьмин итеүҙе һәм ойоштороуҙы талап иткән, ҡануниәткә бер төркөм йүнәлештәр индерәсәктәр.
- Быйылғы йылдың талаптары металл эҙләүсе ҡорамалдарҙың булыуы, һәр аудиторияла мотлаҡ рәүештә видеокүҙәтеүҙе ойоштороу. Былар барыһы ла тәү сиратта хәүефһеҙлек өсөн, һәм үҙең менән элемтә сараларын индереү ҡыҙыҡтырғысы булмаһын өсөн, — тип аңлатты Лилиә Ғүмәрова. — Һәр балаға киләһене аңлатыу мөһим – әгәр имтиханға телефон менән килһәң, әгәр ҡапыл контроль-үлсәү материалдарын интернетҡа һалырға теләһәң, һәм нисектер уны һала алһаң, аттестатһыҙ ҡалыуың ихтимал.
Лилиә Ғүмәрова иғтибар иткәндең икенсеһе – «БДИ-туризм».
- Шуныһы мөһим, БДИ үткәреү пунктарында контролде үтеү ваҡытында һинең исем-шәрефтәрең исемлектә булырға тейеш. Былтыр республиканың 200 БДИ ҡатнашыусыһы үҙҙәре теркәлмәгән пунктарға килде. Хәлде анализлау ваҡытында был балаларҙың йыл дауамында юғары булмаған һөҙөмтәләргә эйә булыуҙары асыҡланды. Ә БДИ йомғаҡтары буйынса юғары балдар алды, — тип аңлатты вице-премьер. — Быйылдан алып етди контроль буласаҡ. Әгәр уҡыусы теркәлмәһә, уның был аудиторияла имтихан яҙырға хоҡуғы юҡ.
Лилиә Ғүмәрова алдағы көндәрҙә һәр районда БДИ-ны үткәреү буйынса пунктарҙы асырға тәҡдим итте, унда ата-әсәләр үҙҙәренең балалары менн килеп был процедураны үтә аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика