13:05 (UTC+5), 18 Апреля 2014

19 апрелдә Башҡортостанда – дөйөм республика шәмбе өмәһе

Галина Бахшиева
Иртәгә, 19 апрелдә, Башҡортостанда дөйөм республика шәмбе өмәһе уҙасаҡ, тип иҫкәртә төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
2014 йылғы экологик кампанияһы республикала 12 апрелдән алып 17 майға тиклем дауам итәсәк.
Үткән аҙнала территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса сараларҙа 166 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Улар өс мең тоннанан ашыу сүп-сар йыйып полигондарға сығарҙы. Тәүге экологик өмәләр йомғаҡтары буйынса республикала ауыл биләмәләрен таҙартыу һәм төҙөкләндереү күләме алты процент тәшкил итте.
Экологик шәмбе өмәләренең йомғаҡтарын БР Экология министрлығы 6 июнгә яһаясаҡ.
2013 йылда Башҡортостанда ойошторолған экологик яҙ өмәләрендә йәмғеһе 317 мең тоннанан ашыу ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарып түгелде. Уларҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ 1,3 миллион квадрат метрҙан ашыу юл, 233 мең погон метрға яҡын ҡойма һәм бина фасадтарын ремонтланы.
Республика Экология министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылдың яҙғы өмәләрендә ике миллиондан ашыу кеше-көн эшләнгән. Ҡатнашыусылар сүп-сар йыйыуҙан тыш, 495 меңгә яҡын ағас һәм ҡыуаҡ ултыртҡан. Миәкә районы йәшелләндереү буйынса лидер иҫәбенә булды, унда уҙған яҙ 120 мең үҫенте ултыртылғайны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика