09:39 (UTC+5), 17 Апреля 2014

Республиканың күп балалы әсәләре лайыҡлы наградаларҙы алды

Дмитрий Слезин
Республика Хөкүмәтендә сираттағы, иҫәп буйынса 111-се, әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Уға Башҡортостандан 60 әсә йыйылғайны, улар иҫәбендә хужабикәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр, һатыусылар һәм табиптар.
«Әсәлек даны» миҙалдарын әсәләргә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы. Ул залға йыйылғандарҙы республика Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән һәм үҙенең исемдән сәләмләне:
- Тик 2013 йыл йомғаҡтары буйынса республикала 60 меңләп сабый тыуған. Күп балалы әсәләр был копилкаға ҙур өлөш индергән, тип уйлайым. Һис шикһеҙ, демографик проблеманы уңышлы хәл итеү, ғаиләләргә ярҙам итеү, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре республиканың дәүләт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө булып ҡала. Әсәләр өсөн тағы ла күп нәмәләр эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Иң мөһим мәсьәлә – ул, әлбиттә, торлаҡ менән тәьмин итеү, — тип билдәләне вице-премьер.
Өсөнсө йыл тапшырылған, сертификаттар был мәсьәләне хәл итеүҙә иң уңышлы программа булды. Ике миллион 600 мең һум – күп балалы ғаиләләр өсөн яҡшы ярҙам.
- Иң ауыр эш – ул әсәнең эше, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды, ғаилә усағын һаҡларға, балаларҙың тәрбиәһе менән күберәк шөғөлләнергә, уларға һөйөү, хеҙмәткә һәм ололарға ихтирам һалырға саҡырып, Лилиә Ғүмәрова.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика