07:31 (UTC+5), 16 Апреля 2014

Рөстәм Хәмитов Марокко короллегенең рәсми делегацияһы менән осрашты

"Башинформ"
15 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһында Марокко Короле Ғәли йәнәптәренең Илсеһе Абделькадер Лешехеб етәкселегендәге Марокко короллегенең рәсми делегацияһы менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Рөстәм Хәмитов, Марокко Илсеһендә «визит өсөн бик яҡшы сәбәп – Марокко короллеге һәм Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм дуҫлыҡ йортон асыу», тип билдәләне.
- Был бик ваҡытлы, мөһим аҙым. Бындай мәҙәни-ара бәйләнештәр беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе тығыҙыраҡ итә һәм халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығыта ала, — тине республика башлығы. Ул, төбәктең илдә лидерҙар араһында тороуон һыҙыҡ өҫтөнә алып, хөрмәтле ҡунаҡты республиканың төп иҡтисади күрһәткестәре менән таныштырҙы, инвесторҙарҙы йәлеп итеү буйынса ҙур программаны тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.
- Былтыр капиталға инвестициялар күләме 260-270 миллиард һумлап тәшкил итте. Был яҡшы күрһәткес. Беҙҙе, былтыр Башҡортостан менән Марокко араһында тауар әйләнеше 2012 йыл менән сағыштырмаса ете тапҡырға артыуы ҡыуандыра. Ул 130 миллион долларға тиерлек етте. Был тауар әйләнешен үҫтереүҙә ҙур өҫтөнлөктәребеҙ бар. Беҙ Марокко бизнесы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөргә әҙер. Уны нисек эшләү тураһында уйларға кәрәк. Бындай эште Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ла, эре предприятителарыбыҙ ҙа башҡарырға әҙер, — тине Рөстәм Хәмитов.
«Марокконың предприятиелары беҙҙең өсөн етерлек кимәлдә ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле продукциялар сығара. Беҙҙе шулай уҡ гуманитар өлкәлә лә хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра. Бөгөн республикала Марокко студенттарын күрәбеҙ. Улар әлегә аҙ, әммә беҙ күбәрәк уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер», тип билдәләне Президент.
Абделькадер Лешехеб, үҙ сиратында, Өфөгә икенсе тапҡыр килеүен билдәләне.
- Республикаға икенсе тапҡыр килгәс, йорттар төҙөү өлкәһендә һиҙелерлек алға китештәргә шаһит булдым. Күп кенә яңы төҙөлгән йорттар, төҙөлөштәр күрҙем. Ғөмүмән, республикағыҙ тормошоноң бөтә тармаҡтарында ла ҙур әүҙемлек һиҙелә. Бында ике йыл элек булғанда, ике яҡлы мөнәсәбәттәребеҙҙең үҫешенә яңы динамика биреү кәрәклеген тойғайным. Ул саҡта беҙ студенттарҙы әҙерләү өлкәһендә эшләй башланыҡ. Шул ваҡыттан алып Мароккоға республикағыҙҙан 70-ләгән студентты ҡабул иттек. Бында беҙ ысынлап-та дин-ара мөнәсәбәттәр өлөшөндә алға китә алдыҡ. Мәҙәниәт һәм дуҫлыҡ йортон асыу беҙҙең ике яҡлы мөнәсәбәттәр үҫешенә яңы импульс биреүенә ышанам. Ул Марокко һәм Башҡортостан Республикаһы араһында тағы ла бер «элемтә күпере» ролен уйнаясаҡ, — тине Марокко Илсеһе.
Рөстәм Хәмитовтың Марокко короллегенең рәсми делегацияһы менән осрашыуының тулы стенограммаһы БР Президентының сайтында урынлашҡан.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика