Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.68
+0.01
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2014, 17:15

Өфөлә коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлештәге ойошмаларҙың беренсе республика форумы үтә

Шаршамбы көнө Өфөлә коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларҙың «Башҡортостан — берҙәмлек һәм үҫеш биләмәһе» беренсе республика форумы үҙ эшен башланы. Сара «Аҡбуҙат» ипподромының бер майҙансығында активистарҙы, йәмәғәтселәрҙе, етәкселек, урындағы үҙидара, предприятиелар, бизнес-берләшмәләр, ижтимағи ойошмалар вәкилдәрен йыйҙы. Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сәләмләне. Ул республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары башҡарған эште төбәк өсөн кәрәкле һәм мөһим тип атаны.
- «Башҡортостан — берҙәмлек һәм үҫеш биләмәһе» форумының идеяһы – дөрөҫ. Был сара артабан да уҙғарылыр тип ышанам. Бөгөн республикала биш меңләп коммерцияға ҡарамаған ойошма бар, уларҙа мең ярым самаһы кеше эшләй. Улар республикабыҙ өсөн бик күп позитив эштәр башҡара. Әгәр дәүләт машинаһы социаль хеҙмәттәр күрһәтеү йүнәлешендә эҙмә-эҙлекле, ҡайһы берҙә яй, эшләһә, һеҙ бик етеҙ, ауыртҡан урындарҙы таба беләһегеҙ, кешеләргә ниндәй ярҙам күрһәтеү кәрәклеген аңлайһығыҙ, йәмғиәтебеҙҙе нығытыусы нигеҙ булып тораһығыҙ, — тип мөрәжәғәт итте ҡатнашыусыларға республика башлығы. — Үҙегеҙҙең энергияғыҙ, аҡылығыҙ, һәләтегеҙ, үҙенсәлекле булыуығыҙ менән төбәктә яңы йәшәү сифатын булдыраһығыҙ.
Президент иң киҫкен социаль мәсьәләләргә тотонған социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың уңышлы миҫалдарын килтерҙе.
Рөстәм Хәмитов республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларын һәм уларҙың социаль башланғыстарын үҫтерергә, уларға артабан да ярҙам итергә кәрәклеген билдәләне.
- Ауырыу балаларҙы дауалауға аҡса йыйыуҙы, хәйриә концерттар, изгелек йәрминкәләре ойошторорға, инвалидтар өсөн реабилитациялау үҙәктәре асырға кәрәк. Изге эштәрҙе берләштереү зарур. Киң мәғлүмәт сараларының роле мөһим, ойошмаларҙың эшмәкәрлектәрен һәм уларҙың тормошҡа ашырылған программаларын сағылдырыуға мөмкин тиклем күп көс һалырға кәрәк, — тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов республика программаларын ғәмәлгә ашырыуға аҡса йүнәлткән төбәктән ситтәге ойошмаларға һағайып ҡарарға кәңәш итте. Ҡайһы берҙә уларҙың хәйриә эшмәкәрлегенең икенсе яғында сит ихтыяждар һәм сәйәси маҡсаттар йәшеренә.
Съездың икенсе көнөндә, 17 апрелдә, «өсөнсө быуын» халыҡ университеттарының бөтә Рәсәй фестивале, «Изге ихтыяр» ирекле кешеләр һәм волонтерҙар отряды фестивале, «Табип менән саф һауала йөрөп килеү» акцияһы уҙасаҡ.
Автор:Гөлфиә Акулова
Читайте нас: