10:43 (UTC+5), 15 Апрель 2014

БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙың проблемаларын хәл итте

Гөлфиә Акулова
Диспансеризациялау, стационар дауалау, ташламалы дарыуҙар алыу һәм медицина персоналының тупаҫ мөнәсәбәтенә зарланыу мәсьәләләре Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаевтың ҡабул итеүендә иң мөһимдәре булды. Шишәмбе, 15 апрелдә, министр БР-ҙа Дмитрий Медведевтың Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте.
Министр мөрәжәғәт иткән һәр граждандың мәсьәләләре менән танышты.
- Ҡағиҙә булараҡ, төп мәсьәләләр һәм зарланыуға теләк тыуа шундай осраҡта, әгәр ҡайһы бер учреждение етәкселәре пациенттар менән изгелекле аралашыуҙы кәрәк тип тапмағанда. Бәхәс осраҡтары шулай уҡ норматив акттарҙы аңламауҙа килеп тыуа, — тип һөйләне ҡабул итеүҙең йомғаҡтары буйынса Георгий Шебаев. — Пациенттарға уларҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында аңлатырға кәрәк. Әгәр етәкселәр «мин начальник — һин дурак» принцибы буйынса эшләй башлаһа, кешеләр, аныҡ учреждение кимәлендә хәл табырға ышанмай, министрлыҡҡа мөрәжәғәт итә. Үҙ бурыстарын сифатлы башҡармаған, етәкселәр менән шәхси рәүештә эшләргә тура килә. Был ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса шулай уҡ билдәле бер саралар ҡабул ителәсәк.
Диспансеризациялау, ташламалы дарыуҙар һәм медицина күрһәткестәре буйынса тәғәйенләнгән реабилитацияны алыу буйынса эш мәсьәләләрен БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы шулай уҡ ведомство кимәлендә хәл итә. Һәр дүшәмбе бында граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола. Бынан тыш, етәкселек ай һайын райондарға сыға. Яҡын ваҡытта осрашыу 22 апрелдә Стәрлетамаҡ районында уҙасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика