12:02 (UTC+5), 14 Апреля 2014

Республикала беренсе яҙғы шәмбе өмәһендә 166 мең кеше ҡатнашты

Галина Бахшиева
Башҡортостанда ауыл биләмәләре территорияларын таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса экологик кампаниялар башланды. Республикала беренсе яҙғы шәмбе өмәһе 12 апрелдә уҙҙы.
- Территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса сараларҙа 166 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Шәмбе өмәһе ҡатнашыусылары өс мең тоннанан ашыу сүп-сар йыйып полигондарға сығарҙы, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова. — Тәүге экологик өмәләр йомғаҡтары буйынса республикала ауыл биләмәләрен таҙартыу һәм төҙөкләндереү күләме алты процент тәшкил итте.
Хәҙер шулай уҡ территорияларҙы йәшелләндереү алып барыла. Бөгөнгө көнгә төбәктә 250 ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Йәшелләндереү буйынса лидер булып Шишмә районы тора, уның территорияһында 200 үҫенте ултыртылды.
2014 йылғы экологик кампанияһы 17 майға тиклем дауам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика