Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2014, 13:16
Киләһе аҙнала төбәккә ысын яҙ киләсәк
Йәкшәмбегә, 13 апрелгә, Башҡортостанда көндөҙ плюс биш-ете градусҡа тиклем йылытасаҡ. Шул ваҡытҡа тиклем республикала, төндә минус 10 градусҡа тиклем һәм көндөҙ плюс өс градустан юғары булмаған һауа температураһы менән, һыуыҡ һауа-торошо һаҡланасаҡ, тип хәбәр итә Рәсәй Гидрометеология үҙәге.
Шишәмбенән, 15 апрелдән, алып төндә һауа температураһы ниһәйәт нуль билдәһен уҙып бер-ике градусҡа етәсәк. Синоптиктар күҙаллауҙарынса, киләһе аҙнаның тәүге өс көнөндә көндөҙ һауа температураһы плюс 9-11 градус тәшкил итәсәк. Яуым төшөм был көндәрҙә, 15 апрелдән тыш, көтөлмәй. Был көндө төбәктә бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
һауа торошо
Читайте нас