Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-16 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2014, 16:28
Башҡортостанстат ҡарамағында Йәмәғәт советы эшләйәсәк
Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) ҡарамағында Йәмәғәт советы эшләйәсәк. Ведомствоның бойороғо менән уның шәхси составы раҫланды.
Уға республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, БР Журналистар союзы, киң мәғлүмәт саралары, фән берләшмәһе, бер нисә юғары уҡыу йорттары һәм урта махсус белем биреү йорттары инде.
Башҡортостанстат ҡарамағындағы Йәмәғәт советы статистика мәғлүмәттәренең бөтә ҡулланыусылары: граждандар, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт власы органдары ихтыяждарын үтәүгә булышлыҡ итергә тейеш. Башҡортостанстаттан «Башинформ» агентлығына аңлатыуҙарынса, ижтимағи орган методологияны, отчетлыҡ формаларын төҙәтеү буйынса, статистик иҫәп өлкәһендә ҡануниәтте ҡулланыу буйынса Росстатҡа тәҡдимдәр әҙерләйәсәк.
Автор:
Эльвира Латипова
Теги:
ижтимағи совет
башҡортостанстат
статистика
Читайте нас