04:38 (UTC+5), 10 Апрель 2014

Өфөнөң «Ағиҙел» предприятиеһында индустрия паркын ойоштороу күҙаллана

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет ултырышында Өфөнөң «Ағиҙел» предприятиеһында, милли сувенир продукцияларын етештереүҙә махсуслашҡан, индустрия паркын ойоштороу буйынса тәҡдим тикшерелде.
«Милли һынлы сәнғәт кәсептәре тураһында»ғы БР законын үтәү тураһында доклад менән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов сығыш яһаны.
- Милли һынлы сәнғәт предприятиеларына иң мөһим ярҙам – уларға үҙҙәрен, үҙ изделиеларын күрһәтергә мөмкинлек биреү. Кешеләр үҙ хеҙмәте өсөн аҡса алырға тейеш. Беҙ, бының өсөн төрлө күрһәтеү майҙансыҡтары булдырып, етештерелгән һәм һатылған продукцияның иҫәбен дәртләндерергә тейеш, — тине Дмитрий Шаронов.
Шундай майҙансыҡтарҙың береһен тип БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Мәскәү Арбаты миҫалы буйынса Өфөлә йәйәүлеләр урамын ойоштороуҙы атаны, унда халыҡ кәсептәре оҫталары үҙ эштәрен күрһәтә алыр ине.
Дәүләт Думаһы депутаты, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү ваҡытында Башҡортостан оҫталарының сувенир продукцияларын алға этәреү буйынса тәҡдимен әйтте, сөнки сит ил ҡунаҡтарының күпләп килеүе кәсепселәрҙең бренд изделиеларын таратыу өсөн яҡшы сәбәп буласаҡ.
Юрий Пустовгаров, «Ағиҙел» предприятиеһы территорияһында урынлашҡан, музейға ярҙам итергә тәҡдим итте. Депутат фекеренсә, музей туризм инфраструктураһының объекты булып китеүе ихтимал.
- Шулай уҡ, файҙаланылмаған майҙансыҡтары күп булған, «Ағиҙел» базаһында индустрия паркы кеүек, кәсеп производстволары урынлаша алырлыҡ, үҙәктәр ойошторорға була. Беҙ бөтөнләй яңы статусҡа, яңы үҫешҡа эйә булыр инек, — тип иҫәпләй Юрий Пустовгаров.
Ултырышта билдәләп үтеүҙәренсә, бындай үҙәк булдырыу предприятие территорияһында белгестәр йыйырға ярҙам итер, ә улар үҙ сиратында кәсепселәргә бөгөн ниндәй сувенир продукцияларын сығарырға кәңәш итер ине. Әлеге ваҡытта оҫталарҙың стратегияһы юҡ – һәр кем үҙ яйына эшләй.
Депутаттың фекерен Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеттың башҡа ағзалары ла хупланы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика