13:45 (UTC+5), 10 Апрель 2014

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе «Георгий таҫмаһы» акцияһын ойоштора

Арина Рәхимҡолова
Бөйөк Еңеү байрамы алдынан «Халыҡ фронты — Башҡортостан Республикаһында Рәсәй өсөн» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе «Георгий таҫмаһы» акцияһын үткәрәсәк. Активистар Еңеү символын республика халҡының бөтә теләүселәренә таратасаҡ. Таҫма Бөйөк Ватан һуғышында яугирҙарҙың батырлыҡтары тураһында хөрмәт итеп, иҫкә алыу билдәһе булараҡ кейемгә беркетелә.
- Өфөлә 16 апрелдә старт аласаҡ, был акция менән Бөйөк Еңеү көнөнә арналған саралар циклын башлайбыҙ, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе ағзаһы, «Аҡбуҙат» ипподромы генераль директоры Руслан Ғизәтуллин. — 18 апрелдә Георгий таҫмаларын республика райондарында таратасаҡтар. Тағы ла мөһим акциялар буласаҡ. Тематик цикл 10 майҙа «Аҡбуҙат» ипподромында ҙур байрам менән тамамланасаҡ.
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе билдәләү алдынан Георгий таҫмаларын таратыу акцияһы йолаға әүерелде. Уларҙы республиканың төрлө министрлыҡтары һәм ведомстволары, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары, сәйәси партиялар вәкилдәре, волонтерҙар ойоштора. Йыл һайын был хәрәкәткә яңы ҡатнашыусылар өҫтәлә. Шулай итеп, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе был акцияны беренсе тапҡыр уҙғарасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика