04:40 (UTC+5), 07 Апреля 2014

Башҡортостан халҡы «Үлемһеҙ полк» рәтен тулыландыра

Арина Рәхимҡолова
Өфө ошо көндәрҙә Рәсәйҙә старт алған «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылды. «Улар һәр ваҡыт еңеү сафында барырға тейеш» девизы аҫтында барған сара Еңеү көнөн байрам итеүгә арналған.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, теләгән өфөлө һуғышта алышҡан туғанының фотоһы менән транспорант әҙерләп, «Үлемһеҙ полк» колоннаһын формалаштырыуҙа ҡатнаша ала, ул 6 майҙа байрамса тантаналы атлау менән уҙасаҡ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡын кешеһе тураһындағы хәтер ҡәҙерле булған һәр кемгә фронтовик туғаны тураһында мәғлүмәт табырға, шулай уҡ ветерандың фотоһы менән штендер эшләргә һәм парадҡа барырға кәрәк.
Өфөлә «Үлемһеҙ полк» төҙөлөшөн ойоштороу «Мин – Бөйөк ил гражданы» мәғариф-патриотик проекты сиктәрендә уҙа. Был акцияның маҡсаты проекттың бурыстары менән тап килә, ул иһә - Рәсәйҙең һәр ғаиләһендә Бөйөк Ватан һуғышы һалдаты тураһында хәтер һаҡлау, үҙ илең өсөн ғорурлыҡ тойғоларын булдырыу.
Өфөлөләр интернет селтәрендә «Үлемһеҙ полк»ты ойоштороуҙа, акцияның рәсми сайтында әҙерләнгән махсус Өфө битендә Бөйөк Ватан һуғышы һалдатының фотоһын һәм уның тураһында мәғлүмәтте ебәреп, ҡатнаша ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика