12:28 (UTC+5), 31 Марта 2014

Өфөлә БР Йәш журналистар мәктәбе үҙ эшен башлай

Әлим Фәйезов
3 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Йәш журналистар мәктәбенең беренсе дәресе башлана. Уҡыу Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалында, Коммунистик урамы, 39 адресы буйынса уҙасаҡ. 17 сәғәттә башлана.
Уҡыуҙар программаһында – Мәктәп тыңлаусыларының үҙ презентацияһы, уҡыу программаһына һәм эш маҡсаттарына фекер алышыу, төп ҡағиҙәләр төҙөү.
Бөтәһе 175 заявка тапшырылған. Конкурс һайлап алыуынан Йәш журналистар мәктәбенә Өфөнөң юғары һәм урта белем биреү йорттарынан 80 студент үтә. Тыңлаусылар араһында – Башҡорт дәүләт университетының, педагогия, авиация, нефть, медицина университеттарының студент гәзиттәре журналистары. Шулай уҡ киләсәктә журналистика факультетына уҡырға инергә теләүсе уҡыусылар ҙа бар.
Дәрестәрҙе аҙна һайын кесе йома 17 сәғәттән алып 20 сәғәткә тиклем уҙғарырға планлаштыралар. Уҡыуҙар бушлай.
- Анкеталар һәм эсселар мин күҙ алдыма килтергәндән дә күберәк булды. Был БР Йәш журналистар мәктәбенә ҡыҙыҡһыныу барлығын һөйләй, ә иң мөһиме – был проект көнүҙәк һәм кәрәкле. Беҙҙе ҡыҙыҡ һәм уңышлы эш көтә тип уйлайым — тип һөйләне проект етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы ағзаһы, Рәсәй йәштәренең «Мәғлүмәт ағымы» төбәк проекты кураторы Елена Арямнова. — Уҡыуға ингән тыңлаусылар исемлеге социаль селтәрҙә БР Йәш журналистар мәктәбе төркөмөндә баҫылған. Оҙаҡламай БР Йәш журналистар мәктәбенең сайты эшләй башлаясаҡ, унда буласаҡ ҡаурый акулаларының эштәре баҫыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика