04:00 (UTC+5), 28 Март 2014

Башҡортостандан Ҡырым халҡы өсөн гуманитар йөк Керчҡа барып еткән

Алик Шакиров
Башҡортостандан Ҡырым халҡы өсөн гуманитар йөк менән автомобилдәр ҡарауаны 27 мартта Керчь герой-ҡаланың диңгеҙ портына барып етте. Экспедиция ҡатнашыусыһы, БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Павел Самойлин хәбәр итеүенсә, юлда бер ниндәй ҙә проблемалар булманы, барыһы ла яҡшы, графикка ярашлы бара. Өфөнән 2000 километрҙан ашыу юл артта ҡалды. Ҡырым Республикаһының баш ҡалаһы, Симферополгә тиклем 250 километрҙап барырға ҡалды.
- Гуманитар миссия ҡатнашыусыларының бөтәһенең дә кәйефтәре күтәренке, — тип һөйләй экспедиция етәксеһе, БР Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков. — Ваҡыт буйынса ҙур булмаған тотҡарлыҡ «Кавказ» портында булды. Был аңлашылып та тора, сөнки был йүнәлештә транспорт ағымы күп тапҡырға артты. Беҙҙең пландарҙа йөктө бөгөн Симферополгә алып барып еткереү. Ҡырым етәкселеге, дәүләт Советы депутаттары, ҡала халҡы менән аралашырға планлаштырабыҙ. Севастополь герой-ҡалаға барыу ҙа планлаштырылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Президенты бойороғо буйынса Ҡырым ярымутрауында Рәсәйҙең яңы төбәктәре халҡына әҙерләнгән гуманитар йөк Өфөнән 24 мартта оҙатылды. Автоҡарауан составында дүрт ҙур йөк фураһы. БР Ауыл хужалығы министрлығы «Башагрпродукт» дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә 36 тонна аҙыҡ-түлек әҙерләгәндәр, унда Ҡырым хакимиәте һораған туҡланыу продукттары ингән, улар: он, ярмалар, макарондар, ит консервалары, ҡуйыртылған һәм киптерелгән һөт, көнбағыш майы, бал.
Бынан тыш, Ҡырымға медицина тәғәйенләнешендәге препараттар, 70-ләгән төр дарыуҙы алып барып еткерәләр.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика