13:00 (UTC+5), 27 Марта 2014

Башҡортостанда етем балаларҙың 89 проценттан ашыуы ғаиләләргә урынлаштырылған

Арина Рәхимҡолова
Башҡортостанда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың 89 проценттан ашыуы ғаиләләргә урынлаштырылған, ул бөтә Рәсәй күрһәткестәренән артығыраҡ. Бындай мәғлүмәттәрҙе Өфөлә барған Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власының закондар сығарыусы (вәкәләтле) органдары Ассоциацияһы ултырышында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев уҡып ишеттерҙе.
- Республикала Ата-әсә вазифаһын биләүгә кандидаттарҙы әҙерләү буйынса берҙәм программа раҫланған. Ул 80 сәғәткә иҫәпләнгән, уларҙың 40 сәғәте көндөҙгө бүлектә белем биреүгә һәм 40-ғы – шәхси консультациялауға бүленә.
Дәүләт Йыйылышы спикеры, ғаиләләргә тәрбиәгә бирелгән балалар артабан да дәүләт контролендә ҡала, тип билдәләне.
- Баланы балалар йортонан тәрбиәгә алған ғаиләләр өсөн төрлө матди ярҙам ҡаралған. 2011 йылдан алып, баланы уллыҡҡа алған граждандарға әсәлек капиталы кимәлендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособиены биреү ҡаралған, «Баланы (балаларҙы) уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алған граждандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие тураһында» республика законы тормошҡа ашырыла. Был сумма йыл һайын индекслана, бөгөнгә 430 мең һум тәшкил итә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика