Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март 2014, 13:27

Өфөлә беренсе «Ҡала йөрәге» хәйриә кибете асыла

«Юғалтыуҙар юҡ» ҡаты ауырыған балаларға ярҙам күрһәтеү фонды Өфөлә беренсе хәйриә кибетен аса. «Юғалтыуҙар юҡ» ҡаты ауырыған балаларға ярҙам күрһәтеү хәйриә фонды етәксеһе Радмила Сурначева һөйләүенсә, һатыуҙан килгән аҡса ҡаты ауырыған балаларға ярҙам күрһәтеүгә һәм фондтың хәйриә программаларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк.
- Беҙҙең хәйриә кибет «бүләк-ярҙам» системаһы буйынса эшләйәсәк. Был магазинда тауарҙарға хаҡнамә ҡуйылмай. Һәр һатып алыусы үҙе өсөн – кейем, уйынсыҡтар, ҡул эштәре һайлай һәм үҙ иғәнәһен махсус йәшниктә ҡалдыра аласаҡ. Йыйылған аҡсалар хәйриә маҡсаттарға, тәү сиратта фондтың опекалағы кешеләренә дауалауҙы түләү өсөн барасаҡ. Хәйриә кибетенең бөтә финанс эшмәкәрлеге отчетлылығы сайтта күрһәтеләсәк, — тип аңлатты Радмила Сурначева.
Хәйриә кибете ижади оҫталыҡ-кластары үткәреү, ижади кешеләрҙең, фонд волонтерҙарының һәм шәфҡәт күрһәтеүселәрҙең аралашыу өсөн майҙансыҡ урыны ла буласаҡ.
- Быға оҡшаш кибеттәр Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта эшләй. Был проект Өфө өсөн дә бик мөһим. Миҫалға, беҙҙең фонд менән республика дауаханаһының онкология бүлеге менән эш тәжрибәһе буйынса киләһене әйтергә була, бәләкәй пациенттар дауаханаға ҡышын ята, ә инде йәй сыға йәки киреһенсә. Күп кенә балаларҙың ағымдағы миҙгелгә ярашлы кейемдәре булмай, ә уларҙың ата-әсәләренең, шул иҫәптән баланың дауаланыуы ҡиммәтле булыу сәбәпле, йыш ҡына аҡсалары етмәй. Беҙҙең кибеттә улар бушлай кейем һайлай аласаҡ, — тип һөйләне Радмила Сурначева.
Фонд ойоштороусылары Өфө һәм республика халҡын проектта ҡатнашырға саҡыра һәм үҙ кейемдәре менән ярҙам итеүҙәрен һорай .
- Беҙ ҡала халҡына, ҡала магазиндары етәкселәренә мөрәжәғәт итәбеҙ. Йыш ҡына ҡайһы бер әйберҙәр һатылмай оҙаҡ ята, ә улар берәйһенә шатлыҡ килтерә алыр ине. Әгәр өфөлөләр әйберҙәрҙе үҙҙәре килтерә алмаһа, беҙ барып алырға әҙер. Бөтә әйберҙәр ҙә хәйриә магазины кәштәләренә ҡуйылыр алдынан, тәртипкә килтереләсәк, — тине «Юғалтыуҙар юҡ» хәйриә фонды етәксеһе ярҙамсыһы Гөлшат Йәрмөхәмәтова.
Асыу көнөндә халыҡ ҡурсағы һәм скрапбукинг буйынса хәйриә оҫталыҡ-кластары, шулай уҡ рәсми булмаған әңгәмә уҙасаҡ.
«Ҡала йөрәге» кибете 29 мартта 12 сәғәттә Менделеев урамы, 120 (инеү ихата яғынан) адресы буйынса тантаналы рәүештә асыласаҡ.
Үҙ әйберҙәрен, сувенирҙарҙы, балалар уйынсыҡтарын бирергә теләүселәр был адрес буйынса хәйриә кибетенә килтерә йәки 89373040424, 89374744145 телефондары буйынса шылтырата ала.
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: